

Был эшлекле осрашыу сит илдәр менән бәйләнеш нығытыу, шул иҫәптән иҡтисади йүнәлештә лә, буйынса ойошторолдо. Сарала ошо йүнәлештә юл картаһы булдырыу, сит илдә партнерҙар табыу һәм ҡыҙыһындырыу мәсьәләләре ҡаралды.
Был эшлекле сәйәхәткә юллан предприятиелар экспорт һәм импорт йүнәлешендә эшләй. Йәки сит игә тауар һата һәм, киреһенсә, һатып ала. Шуныһын да билдәләп китергә кәрәк: был предприятиеларға “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә шаҡтай ярҙам күрһәтелә. Әлеге осрашыу ҙа ошо нигеҙгә бәйле. Йәки сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдарын тормошҡа ашырыу буйынса ла үтте.
– Республикала экспортҡа эшләгән предприятиеларға инфратсруктураларын яҡшыртыуға ярҙам бар. Был йәһәттән Башҡортостандың экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге үҙе ҙур миҫал. Әлеге осрашыуға килгәндә, сит илгә миссия Башҡортостан һәм Төркиә эшҡыуарҙарын, предприятиеларҙы яҡынайтыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя, - тип белдерҙе БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры урынбаҫары Маргарита Болычева.
#Миллипроекттар