Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Милли проекттар
4 Октябрь 2022, 07:00

Борма юлдар

Стәрлетамаҡта подряд  ойошмалар «Хәүефһеҙ сифатлы  юлдар» милли проект  сиктәрендә юлдарҙы төҙөкләндереүҙе тамамлайҙар. 

Шулай 11,62 км һуҙымындағы 15 автомобиль юлы  төҙөкләндерелгән дә инде.  Һатыуҙан артып ҡалған аҡсаны  Көньяҡ урамы буйынса, йәғни Патриотик  урамынан алып  Ырымбур трактына тиклем (0,460 км һуҙымында), Комсомольская урамы буйынса Богдан Хмельницкий урамынан алып  Хоҙайбирҙин  урамына тиклем (0,232  км),  Трубная урамы  буйынса Белорет трактынан алып 16-сы мәктәпкә тиклем ( 212 м һуҙымында) төҙөкләндереүгә йүнәлтәсәктәр. Юлдарҙы төҙөкләндереүҙән тыш  подрядсылар йәйәүлеләр үткән урынға билдә ҡуясаҡтар.  Йәй буйы бындай билдәләрҙе ҡала юлдарына ҡуйып сыҡтылар ҙа инде. Был  йәйәүлеләр ҡатнашлығындағы юл-транспорт фажиғәләренең һанын кәметергә булышлыҡ итәсәк. Шулай уҡ ҡалала милли проект сиктәрендә сигнал ҡабатлаусы светофор объекттарын  да ҡуясаҡтар. Бындай светофорҙар  транспорт йөрөтөүселәрҙең иғтибарын йәлеп иткән һымаҡ уҡ йәйәүлеләргә лә йәтеш буласаҡ.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото: Ҡала хакимиәтенең рәсми сайтынан алынды.

Борма юлдар
Борма юлдар
Автор:Римма Галимова
Читайте нас