Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Милли проекттар
10 Ноябрь 2022, 02:40

«Аҡыллы» спорт майҙансығы асылды

Ҡалабыҙҙың 33-сө мәктәп биләмәһендә тантаналы рәүештә «аҡыллы» спорт майҙансығы астылар. Ул «Бизнес-спринт» федераль проекты буйынса төҙөлдө.

Был сарала «Телекүпер» режимында Хөкүмәт  премьер-министры Андрей Назаров, министрҙар, «Яңы проекттарҙы үткәреү буйынса стратегик башланғыстар агентлығы» генераль директоры Светлана Чупшева ҡатнашты. Ә инде телекүперҙең был яғында, йәки Стәрлетамаҡта Башҡортостан Республикаһының спорт министры Руслан Хәбибов, ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов һәм бадминтон буйынса Европа чемпионы Алина Дәүләтова сараға килнәйне.

- Стәрлетамаҡта спорттың төрлө төрҙәре үҫешкән, әлеге кимәлдәге майҙансыҡты асыу ҙа – ҡала халҡы өсөн ҙур бүләк ул. Был аҡыллы спорт майҙансығының ҙур спорт еңеүҙәренә старт биреренә иманым камил, - тине Рөстәм Фәрит улы.

Әйткәндәй, спорт майҙансығының  дөйөм майҙаны 4922 кв.м. тәшкил итә. Бында төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Әйтәйек, хоккей,баскетбол, волейболдан тыш, өҫтәл теннисы, йүгереү юлы, балалар һәм өлкәндәр өсөн айырым урындар бар. Спорт министры Руслан Хәбибов билдәләүенсә, спорт объекттары һаны буйынса беҙҙең республика лайыҡлы урында тора.

Яңы спорт майҙансығында  еңел атлетика менән шөғөлләнеүселәр өсөн  тәүге старт Рөстәм Ғәзизов Һәм Руслан Хәбибов фатихаһы менән башланып китте. Сара һуңында улар шулай уҡ Стәрлетамаҡтың данын күтәргән спортсыларҙы һәм физик культура учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен Маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләне.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото: ҡала хакимиәтенең матбуғат  хеҙмәте сайтынан алынды.

«Аҡыллы» спорт майҙансығы асылды
«Аҡыллы» спорт майҙансығы асылды
Автор:Римма Галимова
Читайте нас