Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Милли проекттар
21 Ноябрь 2022, 08:10

Стәрлетамаҡта "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты сиктәрендә юлдарҙы ремонтлау тамамланып килә.

Быйыл Стәрлетамаҡта "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты сиктәрендә 18 юл норматив хәлгә килтерелде.

Стәрлетамаҡта "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты сиктәрендә юлдарҙы ремонтлау тамамланып килә.Стәрлетамаҡта "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты сиктәрендә юлдарҙы ремонтлау тамамланып килә.
Стәрлетамаҡта "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты сиктәрендә юлдарҙы ремонтлау тамамланып килә.

Подряд ойошмалары асфальт ҡатламын түшәүҙе башҡарған, юл билдәләрен ҡуйған. Ҡайһы бер объекттарҙа бордюрҙар алмаштырҙылар. Бынан тыш, ҡалала ике яңы светофор объекты ҡуйылды, алтауһы реконструкцияланған.
- Стәрлетамаҡ - йылдам үҫешеүсе ҡала. Һуңғы йылдарҙа бында күп фатирлы йорттар төҙөү әүҙем бара, социаль әһәмиәткә эйә булған объекттар төҙөлә, шуға күрә юл инфраструктураһын булдырыуға һәм яҡшыртыуға ихтыяж арта, - ти БР транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев. - - Быйыл Стәрлетамаҡҡа милли проект сиктәрендә 166 миллион һум самаһы аҡса бүленде. 2022 йылда ҡалала бөтәһе 12 саҡрымдан ашыу юл норматив хәлгә килтерелгән, - тип өҫтәне ведомство етәксеһе.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, подрядсыларҙы һайлап алыуға сауҙа үткәргәндә ҡалала ремонтланған участкалар һанын экономиялау һөҙөмтәһендә 9,5 миллион һумға яҡын арттырыуға өлгәшелгән, тип иҫкә төшөрҙөләр Башҡортостандың Транспорт министрлығында.
Көньяҡ (Патриотик урамынан Ырымбур трактына тиклем) һәм Комсомол (Богдан Хмельницкий урамынан Хоҙайбирҙин урамына тиклем) урамдарындағы ике өҫтәмә участканы төп сауҙа үткәрелгәндән һуң уҡ эштәр планына индергәндәр, уларҙа ла әле эштәр тамамланыуға бара.
Шулай уҡ Көньяҡ һәм Комсомол урамдарындағы асфальт яңыртылған.Милли проект сиктәрендә ҡалала сигналдарҙы ҡабатлаусы светофорҙар ҙа ҡуйыласаҡ. Бындай светофорҙар водителдәрҙең дә, йәйәүлеләрҙең дә иғтибарын йәлеп итә.
"Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проектында Стәрлетамаҡ 2019 йылдан алып ҡатнаша. Был ваҡыт эсендә Стәрлетамаҡтың транспорт-файҙаланыу торошона ярашлы норматив талаптарға оҙонлоғо 136,94 километр юл селтәре оҙонайтылған. 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас