Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө өсөн 13млн квадрат метр яңы ерҙәр билдәләнгән. Ноябрь айында Башҡортостан Республикаһында «Төҙөлөш өсөн ер» проекты сиктәрендә торлаҡ төҙөлөшөнә йәлеп итеү өсөн 165 яңы ер участкаһы һәм дөйөм майҙаны 3,7 млн квадрат метр булған биләмә бүленгән. Участкалар Мәләүез, Ишембай, Сибай, Октябрьский, Өфө һәм Стәрлетамаҡ райондарында урынлашҡан. Билдәләнгән ер участкаларының дөйөм майҙаны 12,8 млн квадрат тәшкил итә.
«Төҙөлөш өсөн ер» Росреестр сервисы ярҙамында Кадастр картаһында төҙөүселәрҙең дә, инвесторҙарҙың да, фатир йәки шәхси йорт төҙөргә теләгән фтзик шәхестәрҙең дә аныҡ бурыстары хәл ителә. Шул уҡ ваҡытта һеҙгә оҡшаған участканы республика биләмәһендә генә түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәгендә лә һайларға, шунда уҡ вәкәләтле органға – Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Шәхси йорт һалып инергә теләктәре булғандарға йәшел юл асылды.
Римма ҒӘЛИМОВА.