Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Милли проекттар
28 Декабрь 2022, 04:00

Йүнселдәр ярҙам алған

Башҡортостан ағымдағы йылда “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты сиктәрендә йәш һәм социаль эшҡыуарҙарға ярҙам итеү буйынса тәүге урында тора. Атап әйткәндә, быйыл был тәңгәлдә республикала 297 эшҡыуар грант алған. Был хаҡта төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында белдерҙеләр.

Йүнселдәр ярҙам алғанЙүнселдәр ярҙам алған
Йүнселдәр ярҙам алған

«Социаль эшҡыуарлыҡ – табыш килтереүгә генә ҡайтып ҡалмай, ул йәмғиәттә булған мөһим проблемаларҙы хәл итеү, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса эш алып барырға булышлыҡ итә. Беҙ был төр бизнесҡа ярҙам итеүҙе һәр саҡ иғтибар үҙәгендә тотабыҙ, шул уҡ ваҡытта ҡабул ителгән ҡарарҙар, бүленгән ярҙам маҡсатлы тотоноламы-юҡмы икәнлеген дә – күҙ уңында. Үтеп барған йылда бигерәк тә йәш эшҡыуарҙарға һәм төрлө ҡул эштәре менән шөғөлләнгән оҫталарға ярҙам иттек, – тип билдәләп китте был йәһәттән БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Грант алыусылар исемлегенә күҙ һалһаҡ, башлыса белем биреү, һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәттәр күрһәтеү, сауҙа, мәҙәниәт, спорт, ял һәм күңел асыу ойоштороу өлкәһендә эшләүсе йүнселдәр ярҙам алған. Йәштәргә килгәндә, гранттар уларға бигерәк тә эшкәртеү цехтары, ресторан, тауар килтереү (ташыу) эше асыуҙа бирелгән.

Әйткәндәй, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуар башланғыстарына булышлыҡ итеү йүнәлешендә ил Президенты Владимир Путиндың “Май указдары”на ярашлы эшләп килгән был милли проект 2019 йылдан алып ил кимәлендә меңәрләгән эшҡыуарҙарға, йәш кешеләргә, оҫталарға үҙ эшен булдырырға, һаҡлап ҡалырға, артабан үҫтерергә ярҙам итте лә инде.

Автор:
Читайте нас