Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Ғинуар 2023, 09:25

Башҡортостанда милли проект ярҙамында тағы ике яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Благовещен районының Осиповка һәм Иҫке Надеждин ауылдарында «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының беренсел звеноһын яңыртыу буйынса программаһы ярҙамында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылған. Был хаҡта республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Башҡортостанда милли проект ярҙамында тағы ике яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды
Башҡортостанда милли проект ярҙамында тағы ике яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

«Яҡын-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр һәм беҙ фельдшер-акушерлыҡ пункттарының асылыуын түҙемһеҙләнеп көттөк. Хәҙер табиптар уңайлы шарттарҙа, яңы ҡорамалдар менән пациенттарына ваҡытында сифатлы медицина ярҙамы күрһәтә ала», — тип билдәләне Благовещен дауаханаһының баш табибы Жанна Карунас.

Ике ФАП та заманса стандарттар буйынса йыһазландырылған. Һәр береһендә фельдшер кабинеты, ҡаралыу, процедуралар бүлмәһе, пациенттар өсөн көтөү урыны, санузел, хеҙмәткәрҙәр, медикаменттар һәм йыйыштырыу инвентарын һаҡлау өсөн бүлмәләр бар.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: