Ашҡаҙар
+26 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Февраль 2023, 14:10

Башҡортостандың 170-кә яҡын эшҡыуарлыҡ субъекты дәүләт ярҙамын алды.

Башҡортостандың гарантия фонды уҙған йылда Башҡортостанда 166 эшҡыуарлыҡ субъектына дәүләт ярҙамы күрһәткән, был 2021 йылдың күрһәткестәренән ҡарағанда 7 процентҡа юғарыраҡ. Республика Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай ярҙам "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ" милли проекты менән күрһәтелә.

Башҡортостандың 170-кә яҡын эшҡыуарлыҡ субъекты дәүләт ярҙамын алды.
Башҡортостандың 170-кә яҡын эшҡыуарлыҡ субъекты дәүләт ярҙамын алды.

Средстволар яңы  етештереү майҙансыҡтарын булдырыуға йүнәлтелгән, әһәмиәтле инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға йәлеп ителде, тип билдәләй властар.
Уҙған йылда ауыл хужалығы етештереүселәренә гарантия ярҙамы ике тапҡырҙан ашыуға арттырылған. Сәнәғәт предприятиелары 413 миллион һум ярҙам алды, был 2021 йылға ҡарағанда 41 процентҡа күберәк. 
Дәүләт ярҙамын Башҡортостан биләмәһендә теркәлгән йәки төбәктә хужалыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырған эшҡыуарлыҡ субъекттары алыу мөмкинлегенә эйә.


#Национальныепроекты#нацпроекты#миллипроекттар

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: