Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Милли проекттар
31 Март 2023, 04:05

Стәрлетамаҡ тәжрибәһе баш ҡалала ҡулланыласаҡ

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының торлаҡ төҙөлөшөнә стимуллау программаһы ярҙамында быйыл Башҡортостанда яңы 11 урам (юл) төҙөләсәк. Был юлдар һигеҙ километр тәшкил итә һәм Өфөнөң Ленин, Дим һәм Октябрь райондарында, шулай уҡ Октябрский ҡалаһында төҙөләсәк. Проекттың дөйөм хаҡы 850 миллион һум.

Стәрлетамаҡ тәжрибәһе баш ҡалала ҡулланыласаҡСтәрлетамаҡ тәжрибәһе баш ҡалала ҡулланыласаҡ
Стәрлетамаҡ тәжрибәһе баш ҡалала ҡулланыласаҡ

Был программаның элекке йыл йомғаҡтарына ла туҡталып үткәндә, 2022 йылда “Стимул” буйынса Стәрлетамаҡ, Өфө һәм Нефтекама ҡалаларында 4 километрҙан ашыу юл төҙөлдө. Был эштәр асфальт түшәү тигәнде генә аңлатмай, уның сиктәрендә шулай уҡ туҡталыш биналары урынлаштырылды, тротуар төҙөкләндерелде, светофорҙар, юл билдәләре ҡуйылды.

– Яңы юлдар тиҙерәк барлыҡҡа килһә, был үҙ сиратында социаль объекттарға барыу өсөн уңайлы, бынан тыш биҫтәнән фатир һатып алырға теләүселәрҙе арттыра, – тип белдерҙе программаның үҙенсәлеге хаҡында БР төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.

2018 йылдан алып эшләп килгән ошо федераль программа сиктәрендә республикала 2024 йыл аҙағына тиклем Өфөлә, Октябрскийҙа, Салауат һәм Өфө райондарында туғыҙ объект төҙөү ҡаралған.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас