Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Милли проекттар
5 Май 2023, 03:05

Үткәүел төндә лә күренә!

Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә төп урамдарҙа урынлашҡан үткәүелдәрен төндә лә күренһен өсөн яҡтыртыу ҡорамалдары урынлаштырыла. Сираттағы, дүртенсе ошондай объект күптән түгел Артем һәм Ибраһимов урамдары киҫелешендә барлыҡҡа килде.

Үткәүел төндә лә күренә!Үткәүел төндә лә күренә!
Үткәүел төндә лә күренә!

Бындай үткәүелдең үҙенсәлеге шунда: водителгә уттары тоҡанған «Йәйәүлеләр үткәүеле» билдәһене һәм кәрәкле юл өлөшөндә үткәүел һүрәтен сағылдырған  светодиодлы яҡтыртҡыстарҙы күрә. Шулай итеп, руль артында килеүсе йәйәүлене көндөҙ һымаҡ йыраҡтан күреп өлгөрә. Бындай күренеш үҙ сиратында юлды үтеүсегә күпкә хәүефһеҙ итә.

Ғәмәлдә бындай объекттар күберәк социаль объекттарға яҡын ерҙә урынлаштырыла. Мәҫәлән, быға тиклем “4-се йорт идаралығы” туҡталышы янында, Хоҙайбирҙин урамында һәм 17-се мәктәп янында ҡуйылды.

Әйткәндәй, ошондай уҡ объект Өфөлә лә бар – улар Блюхер урамы һәм Көнъяҡ тыҡрығында урынлаштырылған. Быйыл иһә баш ҡаланың Ғафури урамында ла ҡуйырға планлаштырыла.

Әйткәндәй, проект Владимир Путиндың “Май указдарына” ярашлы башҡарыла. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты илдең 84 төбәгендә тормошҡа ашырыла.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас