Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Сентябрь 2023, 09:20

ҠАРШЫЛЫҠТАРҒА ҠАРШЫ ТОРА АЛҺЫН ӨСӨН...

Стәрлетамаҡта республика йүнселдәре осрашты Һуңғы йылдарҙа республикала, шул иҫәптән ҡалабыҙҙа ла үҙ эшен асыусылар күбәйгәндән-күбәйә. Был ҡала һәм республика ҡаҙнаһына ярайһы ғына килем килтерә, кешеләрҙе эшле итә. Әммә бизнес үҙе генә үҫешә алмай, һәр ваҡыт яңылыҡтар талап итә, тәжрибә тупларға кәрәк.

Күсмә офис

Стәрлетамаҡтың “Минең бизнес” үҙәгендә “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты сиктәрендә мобиль офистың күсмә ултырышы уҙҙы. Осрашыуҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы, шулай уҡ  Ауырғазы һәм Стәрлетамаҡ райондары эшҡыуарҙары ла ҡатнашты.

– Эшҡыуарҙар өсөн эшмәкәрлектәренең бөтә этаптарында ла сифатлы, профессиональ яҡлау ни тиклем мөһим булыуын аңлайбыҙ, шуға күрә күсмә (мобиль) офис ул – ҡала эшҡыуарҙары менән генә түгел, ә республиканың йыраҡ райондарындағы эшҡыуарҙар менән дә үҙ-ара аралашыуҙың яңы форматы, – тине сараны асып “Минең бизнес” үҙәге етәксеһе Татьяна Полушкина.

 

Эшҡыуарҙарҙы яҡлау программалары яңыртылып тора

Ә хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ  һәм инвестициялар үҫеше буйынса  урынбаҫары Артур Әсәҙуллин һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡала хакимиәте иҡтисади хәлдең үҙгәреүенән һәм эшҡыуарҙарҙың ихтыяжынан сығып, уларҙы яҡлау программаларын даими яңырта һәм яҡшырта. Был иһә ҡалаға конкурент һәләтле ҡалырға, яңы инвесторҙар йәлеп итергә һәм эшҡыуарлыҡты  үҫтереү өсөн ыңғай шарттар тыуҙырыуға булышлыҡ итә.

Ҡала хакимиәтенең  эшҡыуарлыҡ бүлеге начальнигы Радмир Хәлитов муниципаль программалар сиктәрендә төрлө маҡсаттарға һиҙелерлек аҡса бүленеүен билдәләп үтте. Бында яңы  предприятиены асыуҙан алып булғанын модернизациялауға тиклем күҙ алдында тотола. Был эшҡыуарҙарға күпкә отошлораҡ шарттарҙа финанс ярҙамы алырға һәм үҙ проекттарын ышаныслыраҡ тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

 

Хоҡуҡтарҙы яҡлау юлдары бар

Ауырғазы районы хакимиәт башлығының иҡтисади үҫеш, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Айгөл Шакирова үҙҙәренең районындағы эшҡыуарҙар тураһында һүҙ алып барҙы. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, һуңғы йылдарҙа районда эшҡыуарҙар эшмәкәрлегенең бер-бер артҡанлығы күҙәтелә икән.

Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса Уполномоченныйҙың йәмәғәтселек ярҙамсыһы Светлана Беляева сарала ҡатнашыусыларҙың иғтибарын эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса уполномоченныйҙар институтына йәлеп итте. Уларҙың төп эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Был структураның республиканың һәр ҡалаһында һәм районында булыуы хаҡында белдерҙе. Ул шулай уҡ эшҡыуарҙарҙың йышыраҡ ниндәй мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итеүҙәрен билдәләп үтте. Эшҡыуарҙарға контроль-күҙәтеү органдары тикшереүен нисек итеп профвизитҡа алыштырыу мөмкинлеген аңлатты.

Эшҡыуарҙарға күрһәтелгән юридик ярҙам хаҡында “Хоҡуҡи тәьмин итеү үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Ирина Крашенинникова һөйләне һәм эшҡыуарҙарҙы килешеү төҙөгәндә ныҡ иғтибарлы булырға саҡырҙы.

 

Уңыш серҙәре төрлө була

Сара аҙағында аяҡтарында ныҡ торған эшҡыуарҙар үҙҙәренең уңыш серҙәре менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, ҡалабыҙҙың йәш эшҡыуарҙарының береһе, “АИС” яуаплылығы сикләнелгән йәмғиәт етәксеһе  Артём Басманов “Минең Бизнес” үҙәгенән ярҙам алған  һәм маркетплейстарҙа эш башлаған, уның был бизнесының республикала конкуренты бөтөнләй юҡ тиһәм дә хаталанмам. Ә бына социаль эшҡыуар Лира Кучукова сарала ҡатнашыусыларҙы грант ярҙамына мөрәжәғәт итергә әйҙәне. Ул ҡалабыҙҙа беренселәрҙән булып “социаль эшҡыуар” статусына эйә булған. Отҡан грантын үҙенең икенсе яңы  Халыҡ-ара  киләсәк кибер мәктәбенә тотонған. Был иһә балалар өсөн  яңы технологиялар ҡулланыусы быуын өсөн йүнәлтелгән.

Осрашыу “Getup” инвестицион платформаны нигеҙләүселәрҙең береһе булған Руслан Мөхәмәтйәновтың хеҙмәткәрҙәрҙең адаптацияһы тураһындағы ҡыҙыҡлы сығышы менән тамамланды. Бындай осрашыуҙарҙың ике яҡ өсөн файҙаһы ҙур. Сөнки ҡалабыҙҙың ҙа, республиканың да иҡтисадына иң ҙур өлөш индереүселәр фәҡәт эшҡыуарҙар бит.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Татьяна ПОЛУШКИНА фотолары.

 

 

 

ҠАРШЫЛЫҠТАРҒА ҠАРШЫ ТОРА АЛҺЫН ӨСӨН...
ҠАРШЫЛЫҠТАРҒА ҠАРШЫ ТОРА АЛҺЫН ӨСӨН...
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: