Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Октябрь 2023, 17:40

Суплектәр юҡ ителә

Кисә Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм экологик хәүефһеҙлек тармағында дәүләт сәйәсәте һәм көйләү департаменты директоры Роман Мальцев һәм Рәсәй экология йәмғиәте рәйесе Рәшит Исмаилов Башҡортостанға эш сәфәре менән килде. Ошо сәфәрҙә улар «Экология» милли проектының  «Таҙа ил» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған эштәрҙең үтәлеше менән таныштылар.

Стәрлетамаҡ һәм Күмертау ҡалаларында урынлашҡан тирә-яҡ мөхиткә айырыуса зыян килтергән объекттарҙы - рөхсәт ителмәгән сүп-сар өйөмдәрен юҡ итеү буйынса эштәр барышын баһаланылар. Шулай уҡ объектта үткәрелгән сараларға эксперт баһаһын биргән   Башҡортостан Республикаһы тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы, муниципалитеттар, подрядсылар вәкилдәре менән осраштылар. Республикала  иң эре рөхсәт ителмәгән 18,2 гектар һуҙымындағы  сүплектең Стәрлетамаҡта икәнлеге хайран ҡалдырҙы. Уны юҡ итеү буйынса эштәр дауам итә. Урындағы халыҡ уның ҡасан барлыҡҡа килеүен дә хәтерләмәй. Ҡала округында берҙән-бер шундай объект булғанға күрә ҡалдыҡтарҙы бында тиҫтәләгән йылдар буйына килтереп түккәндәр. Был сүплеккә ҡала килеп терәлгәндәй инде, шуға күрә уны юҡҡа сығарыу зарурлығы тора. Әлеге ваҡытта юҡ итеүҙең техник өлөшө тамамланған. Эштең биологик этабына күскәндәр. Уңдырышлы грунт килтергәндәр, биоматериалдар түшәү буйынса саралар тамамланған тиерлек.

- Беҙ бөгөн «Экология» милли проектының тормошҡа ашырылыу һөҙөмтәләрен күрҙек – Стәрлетамаҡтағы йылдар буйы йыйылған һәм проблемалар тыуҙырған  иң эре ҡурҡыныс сүплекте юҡ итеү тамамланыуға бара. Уны бөтөрөү көн ҡаҙығында бойомға ашырыла. Бында  фильтратты таҙартыуҙың заманса системалары ҡуйылған. Һауаны бысратыусы матдәләр ҡалдыҡтарын кәметеү буйынса заманса технологиялар ҡулланылған. Хәҙер инде күҙәтеү органдарының ыңғай һығымтаһын алып, зыян килтереүсе объект булараҡ иҫәптән төшөрөү бурысы тора, - тине Роман Мальцев.

Бынан тыш  2024 йылға тиклем Рәсәйҙә 191 сүплекте, ә шул иҫәптән  111 сүплекте 2023 йылдың аҙағына тиклем үк юҡ итергә кәрәклеге билдәле булды. Быйыл Башҡортостанда 6 эре сүплекте бөтөрөү маҡсаты ҡуйылған булған, шуларҙың  5 ҡалалағыһы тамаланыуға бара.. Баймаҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән, Благовещенск ҡалаларында сүп-сар өйөмдәрен 2023 йылдың аҙағына тиклем юҡ итәсәктәр. Ә бына Күмертау ҡалаһында 2024 йылдың аҙағына ғына бөтөрөләсәк. Был төбәк өсөн яҡшы күрһәткес. Башҡортостан киләсәктә лә был йүнәлештә әүҙем эшләйәсәк тигән ышаныс бар.  Шуныһы ла мәғлүм булһын: был саралар өсөн 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән, шуның 1,6 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан. Хәҙер инде һауабыҙҙың таҙалығын күҙ алдына клтереп иркен һуларға ла була.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

 

 

Суплектәр юҡ ителә
Суплектәр юҡ ителә
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: