Федераль Хөкүмәткә, Республика Башлығына һәм Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министрлығына автопаркты заманса махсус автомобилдәр менән тулыландырыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерәм. Яңы медицина техникаһы төрлө юл шарттарында һәм барып етеүе ауыр урында эшләү өсөн иҫәпләнгән, күсмә профилактик медицина тикшереүе һәм диспансеризация өсөн кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, шул иҫәптән предприятиеларҙа ла. Был техниканы ҡулланыу медицина персоналының эшен еңеләйтер, уны мобилерәк һәм һөҙөмтәлерәк итер, тип ышанам.
Быйылғы йыл учреждениебыҙҙы һәм дөйөм алғанда һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү өсөн мөһим саралар менән тамамлана, тип ышаныс менән әйтә алам. Шулай уҡ тантаналы шарттарҙа Стәрлетамаҡ районы Золотоношка һәм Богорослановка ауылдарында яңы модернизацияланған фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды, Шулай уҡ Октябрьский ауылында табип амбулаторияһы асылды. Тантананың абруйлы ҡунаҡтарына – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Фәрит Риф улы Ғүмәровҡа һәм Шамил Вил улы Тимербулатовҡа, шулай уҡ райондың Калинин исемендәге яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Николай Анатольевич Коваленкоға айырым рәхмәт. Беҙ был эштәрҙе фәҡәт “Һаулыҡ Һаҡлау” милли проекты сиктәрендә ауыл биләмәләре етәкселеге һәм Стәрлетамаҡ районы хакимиәте ярҙамында атҡарып сыҡтыҡ. Был ваҡиға беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки ҙур хеҙмәт башҡарылған һәм күп һанлы ресурстар йәлеп ителгән. Яңы шарттарҙа ауыл белгестәре тағы ла емешлерәк эшләйәсәк, ә иң мөһиме – халыҡ һаулығы мәнфәғәттәрендә. Яңы йылға – яңы уңыштар менән!
Илшат ЯППАРОВ, 1-се клиник дауахананың баш табибы.