Ашҡаҙар
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

АҠ СЕКЦИЯЛЫ СВЕТОФОР КҮРҺӘГЕҘ АПТЫРАМАҒЫҘ

Һәр кемгә йәшел, һары һәм ҡыҙыл төҫлө светофорҙар таныш, быйыл «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡта аҡ төҫтәге секциялы светофор барлыҡҡа киләсәк. Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә,  2023 йылдың 1 мартынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелде һәм светофорҙың яңы сигналы - йәйәүле һәм уңға йәки һулға уҡ төшөрөлгән аҡ ай төҫөндәге секция барлыҡҡа килде.

Был секция төп светофорҙың рөхсәт ителгән сигналы һәм водителдәргә хәрәкәт рөхсәт ителгәнен күрһәтә, әммә иң тәүҙә үткәүелдән үтеүсе йәйәүлеләрҙе үткәрергә кәрәк.

Стәрлетамаҡта яңы светофор Артём урамындағы 43-сө йорт ҡаршыһында “Т” формаһындағы киҫелештә ҡуйыла. Эштәр июнь аҙағына тиклем тамамланасаҡ. Йыл һайын милли проект буйынса Стәрлетамаҡта юл хәрәкәтен ойоштороусы ҡорамалдар яңыртыла: яңы светофорҙар ҡуйыла, иҫкеләре яңыртыла. Былар барыһы ла водителдәр өсөн дә, йәйәүлеләр өсөн дә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген булдырыу өсөн эшләнә. Милли проект сиктәрендә Стәрлетамаҡта йәмғеһе 30 светофор яңыртылған.

Шулай уҡ, 2022 йылдан башлап ҡалала йәйәүлеләр үткәүелдәре өҫтөнә проекциялы яҡтырҡыстар ҡуйыла башланы. Гобо-проекторҙар юл аша сыҡҡанда йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итергә мөмкинлек бирә. Улар ярҙамында «зебра» һыҙаты ҡараңғы ваҡытта йыраҡтан уҡ күренеп тора.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: