Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хеҙмәт етештереүсәнлеген ҡайғыртып…

Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы  “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектына ҡушылмаҡсы. Билдәле булыуынса, республикала был милли проект кадрҙар өлкәһендә ҡуйған бурыстарҙы үтәүгә ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, уға ярашлы 2024 йылға тиклем сеймал булмаған тармаҡтарҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген утыҙ процентҡа арттырыу талабы ҡуйылды. Республиканың иҡтисади үҫеш министрлығында әйтеүҙәренсә, был проектҡа федераль үҙәктән 112,5 миллион һум бүленәсәк. Унда 196 предприятие ҡатнаша, 50-һе – быйыл.

Милли проекттың киләсәктә ҡалала тормошҡа ашырылыуына килгәндә, Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығында предприятие начальнигы вазифаһын башҡарыусы Андрей Паничевтың Башҡортостан Республикаһының Төбәк компетенциялар үҙәге проекттары етәксеһе Азамат Дәүләтбаев менән эшлекле осрашыу үтте. Улар милли проекттың маҡсаттары, бурыстары, төп этаптары, тормошҡа ашырылыу ваҡыты тураһында фекер алышты. Милли проектты тормошҡа ашырыу аша предприятиела һаҡсыл етештереү системаһын индереү һөйләшеүҙең  төп темаһы булды.  Азамат Фәнзил улы  Республика үҙәге комитеты үткәргән милли проектҡа ҡатнашыу өсөн предприятиеларҙы һайлап алыу ысулдары тураһында ентекле итеп һөйләне.

– Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү тураһында һөйләгәндә, күптәр үҙҙәрен күберәк эшләргә мәжбүр итәсәктәр, аҙаҡ ҡыҫҡартасаҡтар тип уйлай. Улай түгел. Асылда хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙең маҡсаты – кешеләрҙе кәрәкмәгән эштәрҙән азат итеү. Берәү ҙә эшселәрҙе ҡыҫҡартырға йыйынмай. Киреһенсә, предприятиелар үҫеш аласаҡ, – тине ул.

Һаҡсыл етештереүҙең төп идеяһы – бизнес-процестар менән аҡыллы идара итеү һәм уларҙы оптималләштереү, шул уҡ ваҡытта һуңғы продукттың юғары  сифатын һаҡлап ҡалыу – яңы икмәкме ул, үҫтерелгән йәшелсәме йәки юлдағы асфальтмы, башҡа нәмәме. Был эш процесын ентекле анализлау һәм уны яңынан ҡарау  мөмкинлеге.

Азамат  Дәүләтбаев милли проектта ҡатнашыу тәртибен дә күҙ алдына баҫтырҙы.  Ә Андрей Паничев был тәҡдимде ыңғай ҡабул итте, “беҙ һәр саҡ яңылыҡ, оптимизация  яғында, өйрәнгәндән үҫеш арта ғына”, – тине Андрей Владимирович. Әйткәндәй, ҡалабыҙҙың бер нисә предприятиеһы был милли проектты һайлаған да инде. Ә троллейбус идаралығы был тәҡдимде анализлағандан һуң, ҡайҙа ҡулланыу отошлораҡ булыуын билдәләгәс,  милли проектта ҡатнашырына ышаныс бар.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

 

Автор:Римма Галимова
Читайте нас: