Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Стәрлетамаҡта автотауыш магазиндары селтәренең өҫтәмә пункты асылды

Стәрлетамаҡта автотауыш магазиндары селтәренең өҫтәмә пункты асылды
Стәрлетамаҡта автотауыш магазиндары селтәренең өҫтәмә пункты асылды

Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә «КИЛОВАТТ» автотауыш магазины асылды. Эшҡыуар эш башлар алдынан ҡала хакимиәтенең эшҡыуарлыҡ бүлегенә мәғлүмәт һәм консультация ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән булған.

Магазин акустик системаларҙы профессиональ йыйыу һәм көйләү буйынса хеҙмәттәр тәҡдим итә. Белгестәр ярашлы ҡорамалдарҙы һайлап алырға һәм сифатлы ҡороу эштәрен башҡарырға ярҙам итәсәк.

Дәүләт ярҙамы менән селтәр магазины пункттары ҡаланың бер нисә нөктәһендә эш алып бара, улар уңайлы урынлашҡан һәм арзан хаҡлы продукция тәҡдим итә.

 #миллипроект #нацпроект

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: