Стәрлетамаҡ ҡалаһының 21 – се балалар баҡсаһы «Балалар баҡсаһы-үҫеш маршруттары» проектын тормошҡа ашырыуға грант аласаҡ. Конкурс һайлап алыуҙы Рәсәй Федерацияһы мәғариф Министрлығы «Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп»федераль проекты сиктәрендә ойошторҙо. Проект федераль бюджеттан финансланасаҡ, суммаһы 450 000 һум тәшкил итә.
Проект сиктәрендә 21-се балалар баҡсаһы базаһында мәктәпкәсә белем биреү менән идара итеү мәсьәләләре буйынса республика балалар баҡсалары эшмәкәрлеген ойоштороу һәм стажировка майҙансығы булдырыласаҡ. Проект республикала идара итеү мәсьәләләрендә балалар баҡсалары эшмәкәрлеген ойоштороу-методик оҙатыу системаһын булдырырға, һынап ҡарарға һәм ҡулланырға, мәктәпкәсә белем биреү системаһының етешһеҙлектәрен еңеп сығырға, мәктәпкәсә белем биреүҙең иң яҡшы традицияларында, илебеҙ методикаларында һәм технологияларында яңыртылған йөкмәтке тупларға, балалар баҡсаһының эш процестарын яңы белем биреү һөҙөмтәләренә яраҡлаштырырға мөмкинлек бирәсәк. 21-се балалар баҡсаһы 2023 йылдан Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү киңлеген үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса «Идара итеү» Республика ресурс үҙәге булып тора һәм «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы менән идара итеү» йүнәлеше буйынса сараларҙы тормошҡа ашыра.