Ашҡаҙар
+16 °С
Ясно
Милли проекттар
26 Августа 2024, 11:55

БӘЛӘКӘЙ ҠАЛАЛАР ҘА МАТУРЛАНА

Төбәктә эксперттар йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү һөҙөмтәләрен баһаланы.

Добавить в предпочтительные источники Google

Яңыраҡ Ишембай районы буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Матросов исемендәге паркты төҙөкләндереү сиктәрендә үткәрелгән эштәр барышы менән танышты. Төбәктә эксперттар йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү һөҙөмтәләрен баһаланы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: йәмәғәт киңлеген реконструкциялау проекты Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалалар һәм тарихи ауылдар конкурсында еңеүсе булды. Торлаҡ һәм ҡала мөхите милли проектын һәм уңайлы ҡала мөхитен булдырыу федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2023 йылда йәйәүлеләр юлдарын төҙөкләндереү, асфальт түшәү, перголдар ҡуйыу, резина япмалы балалар майҙансығы, келәм япмалы спорт майҙансығы, скейт майҙансығы, яҡтыртыу таяуҙары, яҡтыртҡыстар, видеокүҙәтеү монтажланған. Парктың төп аллеяһы бөтөнләй яңы күренеш ала. Федераль һәм республика бюджетынан финанслауҙың дөйөм суммаһы 163 миллион һум тәшкил иткән.

БӘЛӘКӘЙ ҠАЛАЛАР ҘА МАТУРЛАНА
БӘЛӘКӘЙ ҠАЛАЛАР ҘА МАТУРЛАНА
Автор:Римма Галимова
Читайте нас