Ашҡаҙар
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Август , 14:30

Ағиҙел аша яңы күпер

Ағиҙел күперен реконструкциялауға әҙерлек эштәре әүҙем фазаға инә. Әйткәндәй, Башҡортостанда 5 йыл эсендә (2019 йылдан 2023 йылға тиклем) 9220 метрҙан ашыу күпер төҙөлгән, реконструкцияланған һәм ремонтланған. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 1282 метрлыҡ 15 күпер ҡоролмаһы «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар»милли проекты сиктәрендә ремонтланған.  Яңы күпер мәсьәләһе Башҡортостан  Башлығы  Ралий Хәбировҡа  мөрәжәғәт иткәндән һуң хәл ителде. 

- Бөгөн бөтә ҡыҙыҡһынған яҡтар менән кәңәшмә үткәрҙек. Төҙөлөшкә рөхсәт биреү ваҡыты, объект төҙөү өсөн ер участкаларын әҙерләү мәсьәләһе, төҙөлөш майҙансығын тапшырыу тәртибе, эш документацияһын һәм эштәрҙе, технологик карталарҙы һәм регламенттарҙы етештереү проектын яраштырыу ваҡыты һәм тәртибе буйынса мәсьәләләрҙе тикшерҙек, - тип яҙып сыҡты үҙенең сәхифәһендә ҡала хакимиәт башлығы Рөстәм Ғәзизов.

Линзит Ишморатов,  автоһәүәҫкәр-блогер :

 - Юл һәйбәт, яңы күпер төҙөлөүе – шатлыҡлы күренеш,  рәхмәт республика етәкселегенә, был ике күрше ҡала өсөн дә отошло булмаксы...

 

Ысынлап та, реконструкцияның беренсе этабы башланыр алдынан, ә беренсе этап – йәнәш шундай уҡ күпер төҙөү – бөтә был мәсьәләләрҙе хәл итеү кәрәклеге тыуа. Яңы күпер төҙөләсәк ер участкаһының бер өлөшө Ишембай районына ҡарай, Башҡортостан сода компанияһы милкендә булған участка бар. Шуға күрә бында беҙҙең берлектәге эшебеҙ һәм башланғыс этапта бөтә алдан килешеүҙәр мөһим. Реконструкция Ишембай районы яғынан башлана. Бөтә кәрәкле процедураларҙан һуң «Мостострой -11"  акционерҙар йәмғиәтенең  подряд ойошмаһы төҙөлөш эштәренә тотонасаҡ .Уларға «Хәйерле сәғәттә…» тиергә генә ҡала.

 Р.ҒӘЛИМОВА.

Ағиҙел аша яңы күпер
Ағиҙел аша яңы күпер
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: