– Үткән йылда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән аҡса күләме беҙҙең республикала 1,5 тапҡырға артты - 26,2 миллиард һумдан 40,4 миллиард һумға тиклем, федераль финанслау 1,9 тапҡырға артты, - тип аңлатты БР Премьер министры Андрей Назаров.
Шул арҡала Башҡортостанда 400 урынлыҡ ике балалар баҡсаһы (Өфөлә һәм Әбйәлил районында), ябыҡ футбол манежы һәм Өфөлә ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексы төҙөлдө.
“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә 2019 йылдан алып республикала 15 меңдән ашыу уҡыусы урынлыҡ 29 мәктәп төҙөлдө, шуларҙың 9-ҙы балалар баҡсалары менән берләштерелгән. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә республика балалар онкологияһы һәм гематология үҙәге асылды (Затонда (Өфө), һәм шулай уҡ блалар поликлиникаһы (Баймаҡта, Дүртөйлө, Ҡырмыҫҡалы, Мәсәғүт һәм Туймазыла. Андрей Назаровтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бындай миҫалдар Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу масштабын асыҡ күрһәтә.”
2024 йылға планда 3 “Кванториум” балалар технопаркын булдырыу, 14 мәҙәни объектты ремонтлау, 9 мәктәпте файҙаланыуға тапшырыу, “Именлек” республика геронтология үҙәге корпусын, Кушнаренда поликлиника асыу эштәре ҡаралды. Шулай уҡ юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусын төҙөүҙең икенсе сираты әүҙем алып барыла.
– 2025 йылда Рәсәй милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың 3-сө яңы этабына инә. Улар араһында “Ғаилә”, “Рәсәй йәштәре”, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” кеүек проекттар бар. Беҙ бөтә башланған эштәрҙе мотлаҡ тамамлап ҡуясаҡбыҙ һәм республикабыҙҙы үҫтереү, унда рәхәтләнеп йәшәр, яңы ғаиләләр булдырыр өсөн алға табан барасаҡбыҙ., - тип билдәләне Андрей Назаров.
Р.ЗАМАНОВА.