Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Сентябрь , 16:40

Уның исеме генә түгел, есеме лә – беренсе!

Быйылғы Белем көнө тарихта ҡалды. Сөнки бөгөн 2024 йылдың 2 авгусында, 1-се гимназияның яңы корпусын асыу тантанаһы үтте. Билдәле булыуынса, ул Ибраһимов урамындағы элекке «Березка» профилакторийы урынында барлыҡҡа килде.

. Сарала уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе һәм һәм уҡытыусыларҙы  Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов, Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, БР Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай  депутаты Айбулат Хажин, Стәрлетамаҡ прокуроры вазифаһын башҡарыусы Евгений Горбунов, «КапиталСтрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең подряд ойошмаһы директоры Алексей Лесин, 1-се гимназия директоры Риф Тажиев һәм башҡалар сәләмләне.

Риф ТАЖИЕВ, гимназия директоры: Фәҡәт Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров һәм ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Фәрит  Ғәзизов ярҙамы менән бөгөнгө Белем көнөндә ошо корпусты асыуға ирештек. Ошо проектты тормошҡа ашырғандары өсөн уларға ҙур рәхмәт! Шулай уҡ рәхмәттәремдең иң ҙуры - «КапиталСтрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең подряд ойошмаһы директоры Алексей Лесин етәкселегендәге төҙөүселәргә… Ә инде уҡыусыларҙы яҡты бина көтә. Белем көнө менән!

 Тантана сиктәрендә ошо гимназия корпусын төҙөүгә ҡатнашлығы булған күптәргә маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Сәләмләү һүҙҙәренән һуң беренсе ҡыңғырау яңғыраны, ә мәктәп директорына уҡыу йортоноң символик асҡысы тапшырылды. Сараның тантаналы өлөшө беренсе класс уҡыусыларының фәһемле шиғырҙары, өлкән класс уҡыусыларының бейеүе һәм матур йыр менән тамамланды. Әйткәндәй, был корпуста уҡыусылар өсөн яңы ҡорамалдар менән заманса яҡты кабинеттар йыһазландырылған. Гимназия ашханаһында Ашханала ҡалала беренсе тапҡыр мәктәп рестораны индереләсәк, унда уҡыусылар үҙҙәре тәҡдим ителгән менюнан кәрәк тип тапҡан Ризыҡты һайлай ала. Балалар өсөн иң яҡшы шарттар ошо гимназияла тип һис икеләнмәй әйтә алабыҙ .

Римма ҒӘЛИМОВА

 

Уның исеме генә түгел, есеме лә – беренсе!
Уның исеме генә түгел, есеме лә – беренсе!
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: