Ашҡаҙар
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Ноябрь , 10:30

“ТОРЛАҠ КОДЕКСЫН ӨЙРӘНЕГЕҘ”

Стәрлетамаҡ ҡалаһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса матбуғат конференцияһы үтте. Журналистарҙың һорауҙарына торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм тормошто тәьмин итеү буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары Илдар Риф улы ҒАРИФУЛЛИН яуап бирҙе.

“ТОРЛАҠ КОДЕКСЫН ӨЙРӘНЕГЕҘ”
“ТОРЛАҠ КОДЕКСЫН ӨЙРӘНЕГЕҘ”

Стәрлетамаҡ ҡалаһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса матбуғат конференцияһы үтте. Журналистарҙың һорауҙарына торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм тормошто тәьмин итеү буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары Илдар Риф улы ҒАРИФУЛЛИН яуап бирҙе. Сараны матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ольга Туриянова алып барҙы:

– Киләһе матбуғат конференцияһының көн тәртибендә һәр беребеҙгә туранан-тура ҡағылған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағын тикшереү тора. Һорауҙар бирә алаһығыҙ, – тине Ольга Николаевна.

“СТР Медиа групп” вәкиле Виктория Литвинова беренсе булып, Коммунистик урамындағы 34-се йорттоң шлагбаумы тураһында һорау бирҙе:

– Шлагбаумды был өйҙөң биләмәһендә урынлаштырғандар, әммә ул 23-сө күрше йортҡа һәм яҡында урынлашҡан тағы ла 9 йортҡа үтеү юлын ҡаплай.  Унда Артем урамы аша “СитиМолл” янынан юл киҫелешенән генә үтеп була. Коммунистик урамы аша ингәндә бик уңайһыҙ, тар юлда кире боролоуы ҡыйын. Берәй хәл булһа “ашығыс ярҙам” күрһәтеү һәм янғын һүндереү машиналары ла ихатаға эләгә алмаҫ тип борсолабыҙ.

Илдар Ғарифуллин:

–  Әлеге көндә “ашығыс ярҙам” күрһәтеү һәм янғын һүндереү машиналарында шлагбаумдарҙы аса торған программаланған система ҡуйылған. Машина яҡын килгәндә шлагбаумдар үҙҙәре асыла. Әлбиттә бындай проблема беҙҙең ҡалала ғына түгел, ғөмүмән бөтә Рәсәйҙә бар. Был өйҙә йәшәүселәр шлагбаумды торлаҡ кодексына ярашлы рәүештә законлы ҡуйған, улар быға хоҡуҡлы. Шуның өсөн беҙ уларға шлагбаумды шылдырырға ғына кәңәш бирә алабыҙ.

“Citi Open” ҡала порталы вәкиле Кристина Хәсәнова электр уты һүндерелеүе тураһында һорау бирҙе.

– Планлаштырылған электр утын һүндереү осраҡтары ла бар, планлаштырылмағандары ла бар. Күптән түгел, ике көн рәттән ҡаланың бер-нисә урамында 1-2 секундҡа ут һүнгән ине. Әйтегеҙ әле, әллә ҡаланың электр селтәре шул тиклем ныҡ иҫкергәнме?

Илдар Ғарифуллин:

– Бында проблема һәм уларҙың сәбәптәре бик күп төрлө. Ҡайҙалыр электр селтәре лә туҙған, бигерәк тә ҡаланың иҫке йорттарында. Әлегәсә Октябрь проспектында БашРТС ремонт эштәре алып барҙы, шуға күрә ваҡытлыса утты һүндерҙеләр. Ҡара диңгеҙ урамы буйынса кабель өҙөлөүе сәбәпле ут һүнде. Ҡайһы берҙә электр сымдарын ағас ботаҡтары ла өҙөп төшөрә. Беҙҙең ҡалала ағастар бик күп. Башҡа ҡалаларға ҡарағанда ла күберәк. Беҙҙә электр селтәрен концессия буйынса АСТ компаниялар төркөмө хеҙмәтләндерә.

Кристина Хәсәнова:

– Ҡала мөхитен эстетик яҡтан йәмлерәк һәм йәшәүселәр өсөн уңайлыраҡ итеү маҡсатында өҫкө сымдарҙы ер аҫты сымдарына алмаштырыу программаһы бар. Ә беҙҙә программалар эшләйме?

Илдар Ғарифуллин:

– Эйе, беҙҙең республикала “Башкорт ихаталары” программаһы бының менән шөғөлләнә. Улар электр сымдарын ер аҫтында ҡалдырып эшләй. Яңы йорттар һалғанда төҙөүселәр был концепция буйынса эшләһә яҡшы була.

Виктория Литвинова:

– Икенсе йылға Стәрлетамаҡта ҡайһы ихаталар программала ҡатнашасаҡ?

Илдар Ғарифуллин:

– Беҙ халыҡ менән инде осраштыҡ, программала ҡатнашасаҡ ихаталарҙы һайланыҡ, проекттар тамамланыу этабында. Уларға Фестиваль урамы, 7а, 9, 9а, 11, Кочетов урамы, 23а, Вокзал урамы, 26, 28, 30, 30а йорттары ихаталары инде. Патриотик урамындағы 104-се йорт ихатаһы буйынса ла проект әҙер.

Һәр йорттоң яуаплы кешеләре әүҙемерәк булһа, халыҡ үҙҙәренең йорто, ихатаһы йыйылыштарына әүҙем йөрөһә, уларҙа тәртип тә булыр ине, һәр мәсьәлә лә ваҡытында үтәлеп торор ине. Ҡайһы берҙә йыйылышҡа килһәң 300-ҙән 3 кеше генә тора. Был бит уларҙың үҙҙәре өсөн кәрәк.

Юлия Николаева, ЮТВ телеканалының баш мөхәррире:

– Халыҡ был өлкәлә бик белемле түгел. Стәрлетамаҡ буйынса яңыраҡ эшләй башланым. Ҡала халҡы торлаҡ-коммуналь хужалығы йәһәтенән торлаҡты хеҙмәтләндереү сметаһы, квитанциялағы сумма, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр ни рәүешле эш башҡарыуҙары хаҡында бер ни белмәй, ә тик зарлана ғына, минеңсә. Шуға ҡағылышлы минең һорауым бар. Ә ысынында улар күпме түләйҙәр? Ҡалала проблемалы, ҙур бурыслы өйҙәр бармы? Улар бурыстарын түләмәһә һөҙөмтәлә идарасы компанияның да бит бурыстары арта.

Илдар Ғарифуллин:

– Халыҡтың 98 проценты түләй. Күбеһенсә ятаҡтарҙа түләмәйҙәр. Уларҙа идарасы компаниялар алмашынып тора. 30 процент түләй, ҡалған 70 проценты бер ни ҙә эшләмәй, ассоциатив йәшәү рәүеше алып бара. Шуның өсөн беҙ идарасы компанияларҙы бер йыл булһа ла хеҙмәтләндереүҙәрен үтенеп һорайбыҙ. Улар баш тартмай. Сөнки ғәҙәттән тыш хәлдәр булып тора.

Юлия Николаева:

– Эйе, яңыраҡ бер хәл булды. Беҙгә  Вокзал урамындағы 9 ҡатлы ятаҡта йәшәүсе инвалид мөрәжәғәт иткән ине. Уларҙа лифт эшләмәгән. Беҙ идара итеүсе компания менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Хеҙмәтләндереү ойошмаһы алдында идара итеүсе компанияның бурыстары булғанлыҡтан лифт эшләмәгән булып сыҡты. Бындай хәлдәр бик күп.

Илдар Ғарифуллин:

–  Үкенескә ҡаршы, бындай осраҡтар аҙым һайын. Халыҡ түләмәй башлаһа, ете ай буйына идара итеүсе компания объектты үҙ иҫәбенә хеҙмәтләндерә, һәм судтарҙа еңеп сыҡһа ла, халыҡтан алырлыҡ аҡса ҡалмағас, бигерәк тә үҙен банкрот тип иғлан итһә, әлеге лә баяғы бурыстар кире идара итеүсе компанияның иңенә төшә. Һәм проблемалар үҫкәндән-үҫә. Һөҙөмтәлә, был эш сифатына ла зыян килтерә, эш хаҡын да күтәреп булмай, кадрҙар ҙа етешмәй. Йылытыу осорона әҙерлек ваҡытында бигерәк тә эш алып барыуы еңел түгел. Сөнки слесарҙар бик ныҡ етешмәй. Үҙ эшендә яҡшы белгес булараҡ, улар тейешле эш хаҡы һорай, әммә тарифтар бер ҙә күтәрелмәй. Шуның өсөн, ҡайһы бер эштәрҙе слесарҙар бик оҙаҡ үтәйәсәк. Бығаса улар 10 йортто хеҙмәтләндерергә тейеш булһа, бөгөнгө көндә уларҙың яуаплылығында 20 йорт.

Эштәр тейешлесә үтәлмәүенә зарланыусылар бик күп, әммә түләмәүселәр ҙә аҙ түгел. Шуға күрә торлаҡ кодексын өйрәнегеҙ, кеше үҙенең хоҡуҡтарын белә, әммә бурыстарын да белергә тейеш.

“Подъездарҙа  торлаҡ кодексына һәм идара итеүсе компанияларҙың рейтингына һылтанма QR-кодтар ҡуйырға кәрәк”, – тип шаяртып ҡуйҙы залдағылар ошо урында.

Илдар Ғарифуллин:

– Хуплайым, кешеләр торлаҡ коммуналь хужалыҡты яҡшыраҡ белһен өсөн был бик яҡшы идея.

Кристина Хәсәнова:

– Икенсе йылға подъездарҙа ремонттар дауам итәсәкме?

Илдар Ғарифуллин:

 – Стәрлетамаҡта ремонт буламы юҡмы икәне әлегә билдәһеҙ. Программа буйынса әлеге көндә 700-ҙән ашыу подъездар ремонтланды. Былар барыһы ла республика һәм муниципаль бюджет иҫәбенә башҡарылды. Бер ни ҙә вәғәҙә итә алмайбыҙ, әлегә һорау асыҡ ҡала. Декабрь айында был һорауға яуап бирә аласаҡбыҙ.

Беҙҙән иһә артабанғы һорау яңғыраны ошо урында:

– Быйылғы йәй бик ямғырлы булды. Ҡалабыҙҙағы яуым-төшөм дренаждары туҡтауһыҙ ямғырға сыҙаймы, әллә ҙур күләмдәге һыуға тәғәйенләнмәгәнме?

Илдар Ғарифуллин:

– Заманса ҡоролған дренаждар киң һәм, әлбиттә, көслө яуым-төшөмгә сыҙай. Әммә беҙҙә Ленин проспекты кеүек тар урындар ҙа күп, ҡаланың рельефы ла үҙенсәлекле, шуға ҡайһы бер биләмәләрҙә һыу кимәле ныҡ күтәрелә, ә элекке яуым-төшөм дренаждары тар. Әлбиттә беҙ юлдарҙы яңынан ҡаҙып, дренаждарҙы алмаштыра алабыҙ, әммә был бик ҡиммәтле ремонт. Һәм ни тиһәң дә, ямғыр мәңге яумай бит, ливневкаларҙы ла беҙ таҙартып торабыҙ, ямғыр тымғас та, һыу ҙа кәмей. Башҡа ҡалаларҙағыға ҡарағанда, беҙҙә ундай ташҡындар юҡ.

Кристина Хәсәнова:

– Ҡалабыҙҙа яңы технологиялар ҡулланып ағас ултыртасаҡтармы?

Илдар Ғарифуллин:

–  Уларҙы инде ултырта башланылар. Ҡыйынлыҡ әҙерлектә генә. Яңы тупраҡ килтереп, ағас тамырын рейкалы системаға беркетеү, һыу өсөн пластик торбалар ҡуйыу, елдә ныҡ торһон өсөн ағастың олонон бәйләү – былар бик тиҙ үтәлә торған эш түгел.

 Әңгәмәбеҙ тағы ла ҡалабыҙҙа самокаттар, юл-транспорт ваҡиғалары йышайыу, автомобилдәрҙе ярамаған урында ҡуйыу, вандализм, сүп-сар менән көрәш тураһында барҙы. Был проблемаларға ҡаршы тәьҫир итеү юлдары бар. Улар араһында штраф һалыу, халыҡ менән йышыраҡ йыйылыштар, әңгәмәләр үткәреү.

– 2023 йылдың 14 февраленән сүп-сарҙы махсус билдәләнгән урындарға ғына ташларға рөхсәт ителә. Бының өсөн урналар, контейнерҙар, контейнер майҙансыҡтары ҡулланыла. Тәртип боҙоусылар язаға тарттырыла. Хоҡуҡ боҙоуҙың һәр төрө штраф һалыуға килтерергә мөмкин, – тине был йәһәттән Илдар Риф улы.

Әйткәндәй, ҡала биләмәһендә рөхсәтһеҙ сүп түккән өсөн граждандарға 2 мең һумдан 3 меңгә тиклем штраф ҡаралған, вазифалы кешеләр өсөн – 10 меңдән 15 меңгә тиклем, юридик шәхестәр өсөн 50-нән 100 меңгә тиклем. 6.4 статьяһы буйынса йорт эргәһе территорияһында сүп түккән өсөн граждандар өсөн 1 мең һумдан 2 меңгә тиклем штраф, вазифалы кешеләр өсөн – 3 меңдән 8 меңгә тиклем, юридик шәхестәр өсөн 20-нән 30-ға тиклем.

Илдар Риф улы “Һорауҙарығыҙ булһа мөрәжәғәт итегеҙ, ҡайһы берҙәр килеп тыуған проблема менән нимә эшләргә белмәй, бергәләп хәл итербеҙ. Беҙгә лә йәмәғәт контроле бик ныҡ ярҙам итә, подрядсыларҙың эшен тәртипкә килтерә”, – тип тамамланы осрашыуҙы.

Ғөмүмән алғанда, ошондай матбуғат конференциялары – төрлө проблемалар хаҡында халыҡҡа һөйләү мөмкинлектәренең береһе. Берәй мәғлүмәтте үҙ аллы таба алмаһағыҙ, беҙгә мөрәжәғәт итергә була.

Матбуғат конференцияһында Гүзәл РӘМИЕВА ҡатнашты.

Ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәте фотолары.

“ТОРЛАҠ КОДЕКСЫН ӨЙРӘНЕГЕҘ”
“ТОРЛАҠ КОДЕКСЫН ӨЙРӘНЕГЕҘ”
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас: