Республиканың Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Артем Ковшов уны «ҡала эсендә ҡала»тип атаны. "Үҙләштерелгән территория төҙөлмәгән, халыҡты күсереү талап ителмәй. Проект ҙур, бушлыҡ урынында бында 15 йыл дауамында 800 мең квадрат метр самаһы яңы торлаҡ барлыҡҡа киләсәк», - тип белдерҙе министр. Стәрлетамаҡта йорттар, мәктәптәр, балалар баҡсаһы һәм парк менән 184 гектарға иҫәпләнгән торлаҡ суперпроект төҙөргә рөхсәт ителде.
Римма ҒӘЛИМОВА.