Уҡыу йортон «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә төҙөйҙәр. Уның дөйөм майҙаны 24 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итәсәк. Лицей 360 уҡыусыға һәм 250 йоҡо урынына иҫәпләнгән. Унда бөтә республиканан 6-сы синыфтан 11-се синыфҡа тиклемге балалар уҡыясаҡ. Сәләмләү һүҙендә Радий Хәбиров: «Был белем биреү учреждениеһын төҙөү - ил етәкселеге ярҙамы менән мөмкин булды», - тип билдәләне.
- Беҙ күптән лицей төҙөргә ҡарар иттек. Был һорау менән мин Владимир Путинға мөрәжәғәт иттем. Дәүләт башлығы беҙҙең проектты хупланы -талантлы йәштәр күп йәшәгән ҙур республикала бындай мәктәп бик кәрәк, – тине Республика Башлығы.