Ашҡаҙар
-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Декабрь 2025, 11:30

Эшкә ҡараш үҙгәргән

Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса “Рәсәй эше” – республика иң эре һәм әһәмиәтле мәшғүллек үҙәктәренең береһе булып тора. Кадрҙар үҙәге ярҙамында бихисап кешеләр яратҡан эш урынын тапты. Шул иҫәптән бында махсус хәрби операция геройҙарына, физик мөмкинлектәре сикләнгән һәм тормошта ауыр хәлгә ҡалған кешеләргә лә ярҙам итеү буйынса ҙур эш алып барыла. Һуңғы ваҡытта ул “пилот” мәшғүллек моделе үҙәгенә әүерелде.

Эшкә ҡараш үҙгәргән
Эшкә ҡараш үҙгәргән

 

Яңы стандарттарға ярашлы

Бында хеҙмәттең функцияларынан башлап барыһы ла үҙгәрҙе. Кадрҙар үҙәге заманса, иркен, күп функциялы, уңайлыға әйләнде. Яңы формат  эш эҙләүселәр һәм эш биреүселәр араһында һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеү, шәхси һорауҙарҙы иҫәпкә алып, ярҙам сараларын күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Шуға бәйле, эш эҙ теркәлеү иҫәбендә булыу ваҡыты ҡыҫҡара.

Әммә Кадрҙар үҙәгендә иң мөһиме – эшкә ҡараш үҙгәргән. Хәҙер кадрҙар үҙәгенә мөрәжәғәт иткән граждандар “бер тәҙрә” режимында төрлө хеҙмәттәр ала ала. Яңыртылған кадрҙар үҙәгендә эш эҙләүселәргә вакансия һайлап алыуҙан алып эшкә урынлашыуға тиклем, эш биреүселәр бөтә юлды үтергә ярҙам итәләр. 2025 йылдан “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәктәре эшенең яңы стандарттары көсөнә инде. Үҙгәрештәр шәхси эшкә урынлашыу пландарын булдырыуҙы һәм мотлаҡ профилләүҙе үҙ эсенә ала. Ул эшкә урынлашыу һөҙөмтәлелеген арттырыуға һәм эш эҙләүсе граждандарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Кадрҙар үҙәгендә һәр кешегә һөнәр һайларға һәм карьера үҫтерергә ярҙам итәләр.

– Беҙҙең ишектәр эшкә урынлашырға йәки квалификацияһын арттырырға теләгән бөтә ҡала халҡы өсөн дә асыҡ. Эш биреүсегә ышаныслы хеҙмәткәр табырға ярҙам итеү йәһәтенән эш эҙләү ваҡытын ҡыҫҡартыу өсөн дәүләт ярҙамын мөмкин тиклем күберәк файҙаланабыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә ала үҙәк директоры Сергей Щипакин.

 

Милли проектты тормошҡа ашырып

Билдәле булыуынса, 2025 йылдан кадрҙар милли проекты эшләй башланы, ул иҡтисадты талап ителгән хеҙмәткәрҙәр менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән һәм был йүнәлештә белем биреү учреждениеларының, компанияларҙың һәм дәүләттең тырышлығын көйләргә ярҙам итә. Шулай уҡ “Кадрҙар” милли проектының “Халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеүҙең әүҙем саралары” федераль проекты сиктәрендә граждандарҙың айырым категорияларына һөнәри белем алыу йәки талап ителгән һөнәрҙәргә өҫтәмә һөнәри белем алыу мөмкинлеге бирелә.

Быйыл Үҙәктә 92 кеше белем алған. Иң популяр уҡыу йүнәлештәре булып, яһалма интеллект системалары эше буйынса белгестәр (яһалма интеллект өлкәһендә эшләү буйынса белгестәр 1С категорияһындағы программистар) тора. Бынан тыш, Стәрлетамаҡта йәшәүселәр электрик, химик анализ лаборанты, тәрбиәсе ярҙамсыһы, стропальщик, иретеп йәбештереүсе, аппаратсы, химик-лаборант һөнәрҙәрен үҙләштергән. Бөтәһе 140-ҡа яҡын йүнәлеш бар. Эшһеҙҙәр һәм яңы эш эҙләгән граждандар өсөн ҡайтанан уҡытыу – ул өҫтәмә һөнәр алыу мөмкинлеге һәм карьера үҫеше өсөн перспективалар, тип билдәләйҙәр бында.

“Рәсәй эшендә” шулай уҡ бала ҡарау буйынса отпускыла булған, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың (эшләмәгән) ата-әсәләр, 35 йәшкә тиклемге йәштәр, хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары, инвалидлыҡҡа дәғүә итеүселәр, пенсионерҙар һәм пенсия алды хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша ала, – тип тә һөйләй Сергей Валентинович.

 

Бөтә кәрәкле мәғлүмәт бер урында

Яңы талаптарға ярашлы, хәҙер эш биреүселәр бөтә мәғлүмәтте “Рәсәйҙә эшләү” вакансиялар платформаһында ғына урынлаштырырға бурыслы. Был эш эҙләү процесын күпкә еңеләйтә, сөнки хәҙер бөтә кәрәкле мәғлүмәт бер урында тора. Кадрҙар үҙәге ҡаланың эш биреүселәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, вакансиялар йәрминкәләрен, асыҡ кадрҙар һайлап алыуҙарын әүҙем үткәрә.

Үҙәк әүҙем рәүештә хеҙмәт йәрминкәләре лә ойоштора. Мәҫәлән, бөгөнгө көнгә 21 вакансиялар йәрминкәһе үткәрелгән, унда 153 эш биреүсе ҡатнашҡан. Хеҙмәт баҙарында иң кәрәкле белгестәр араһында: квалификациялы сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт эшселәре, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, дөйөм туҡланыу өлкәһендәге белгестәр бар. Эшһеҙлекте кәметеүҙең һөҙөмтәле ысулдарының береһе булып бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү тора. 2025 йылда 93 кеше аҙ тәьмин ителгән граждандарға адреслы социаль ярҙам программаһы буйынса үҙ эшен асҡан.

Бөгөнгө көндә үҙәктә йәштәр, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм ҡатын-ҡыҙҙар клубы эшләй. Унда 370-тән ашыу кеше ҡатнаша. Үҙәктә “Карьера оҫтаханалары”, “Әсәй булдыра”, “Шатлыҡлы эш”, “Беҙ бергә”, “Именлек һәм муллыҡ өсөн” кеүек саралар үткәрелә. Ҡыҙыу линиялар, үҙ эшен асыу, һөнәри белем алыу буйынса консультацияларҙың берҙәм көндәре һ.б. саралар эш эҙләү сифатын яҡшыртыуға, теләгән вазифаны алыу мөмкинлеген арттырыуға һәм һәр ҡатнашыусының шәхси үҫешенә булышлыҡ итә.

Р. ҒӘЛИМОВА әҙерләне.

Г. РӘМИЕВА фотоһы.

Эшкә ҡараш үҙгәргән
Эшкә ҡараш үҙгәргән
Эшкә ҡараш үҙгәргән
Эшкә ҡараш үҙгәргән
Эшкә ҡараш үҙгәргән
Автор: Римма Галимова
Читайте нас