Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Февраль , 16:40

КҮПЕРҘӘР ТӘРТИПКӘ КИЛТЕРЕЛӘСӘК

2026 йылда Башҡортостанда «Тормош өсөн инфраструктура» яңы милли проекты сиктәрендә 15 күпер ҡоролмаһын тәртипкә килтереү планлаштырыла. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 1 900 погон метрҙан ашып китәсәк. Был объекттарҙың туғыҙында эштәр 2025 йылда уҡ башланған.

КҮПЕРҘӘР ТӘРТИПКӘ КИЛТЕРЕЛӘСӘК
КҮПЕРҘӘР ТӘРТИПКӘ КИЛТЕРЕЛӘСӘК

Ҙур объекттар исемлегендә — Дүртөйлө районында Ағиҙел йылғаһы аша 745 погон метрҙан ашыу оҙонлоҡтағы күпер (Дүртөйлө – Нефтекама трассаһы), Шулай уҡ Кропачево – Мәсәғүт – Әчит юлында Әй йылғаһы аша кисеү (300 погон метр). Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова һүҙҙәренсә, был ҡоролмалар алыҫ территорияларҙа йәшәүселәр өсөн бик мөһим: улар федераль трассаларға сығыуҙы тәьмин итә һәм иҡтисади бәйләнештәрҙе һаҡлай.

 - Хәрәкәт хәүефһеҙ һәм уңайлы булһын өсөн уларҙы нормативта тотоу зарур, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министр. Һауа торошо уңайлы булғас, эштәрҙең әүҙем фазаһы башланасаҡ. Бөтә объекттар 2026 йылдың аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.

Фото: интернет селтәренән алынды.

Р.ҒӘЛИМОВА.

КҮПЕРҘӘР ТӘРТИПКӘ КИЛТЕРЕЛӘСӘК
КҮПЕРҘӘР ТӘРТИПКӘ КИЛТЕРЕЛӘСӘК
Автор: Римма Галимова
Читайте нас