

Шуға хәҙер Салтыков-Щедрин урамында урынлашҡан бинаны ремонтлайҙар.
Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов һүҙҙәренсә, бинала махсус япмалы ике профессиональ теннис корты урынлашасаҡ. Шулай уҡ өҫтәл теннисы өсөн биш өҫтәл йыһазландырылған.
"Беҙҙең халыҡ теннис уйнарға ярата. Әйтергә кәрәк, яңыртылған парктарҙа һәм яр буйында өҫтәл теннисы өсөн эшләнгән урындар бер ҡасан да буш тормай. Билдәле булыуынса, һорау тәҡдим тыуҙыра: беҙҙең эшҡыуарҙар яңы спорт майҙандары аса», – тип билдәләне ҡала хакимиәте башлығы.