

Тәфтишселәр тикшереүе һөҙөмтәләре буйынса, компания директоры 2018 йылдың сентябренән башлап бер йыл дауамында эш хаҡы түләмәй килгән, йә түләһә лә аҡсаларҙың суммаһы минималь эш хаҡынан түбән булған. Йыйылып килгән бурыс 18 миллион һум тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта компания аҡса буйынса ҡытлыҡ кисермәгән, иҫәптәрендә 280 миллион һум аҡса булған. Етәксе был аҡсаларҙы материал килтереүселәргә, подрядсыларға, бурыстар, штрафтар түләргә, директорҙың шәхси иҫәбен тулыландырырға, етештереү һәм етештереүгә ҡарамаған башҡа йүнәлештәргә тотонолған булған.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен танымаған. Тикшереү барышында бурыстың бер өлөшө түләтелгән. Әлеге ваҡытта енәйәт эше суд ҡарамағына тапшырылған.