

Иҫәп палатаһы башлығы Алексей Кудрин Рәсәйҙә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә фәҡирлек кимәлен кәметер өсөн мохтаж ғаиләлргә адреслы ярҙам күрһәтеү ярлылыҡты икеләтә кәметергә булышлыҡ итәсәк, тигән фекерен әйтте. Был сараны тормошҡа ашырыу өсөн әллә ни күп сығым кәрәкмәҫ ине – «бер нисә йөҙ миллиард һум» етер ине, тип белдерҙе Кудрин үҙенең РБК-ға биргән интервьюһында.
Ғаиләләргә ярҙам
Кудрин фәҡирлек менән көрәш моделенә мохтажлыҡтың күп факторлы баһаһын, һәм шулай уҡ түләүҙәр күләмен ғаилә кимәленән сығып билдәләргә саҡырҙы.
Иң мөһиме – был беҙҙең хөкүмәттең ҡулынан килерҙәй аҡыллы һан, асылда фәҡирлекте ике тапҡыр кәмереү өсөн бер нисә йөҙ миллиард һум етер ине.
Иҫәп палатаһы етәксеһе әйтеүенсә, Рәсәйҙә фәҡирлек менән көрәшеүҙең эффектлы юлы бар. Мәҫәлән, 2021 йылдың марты башында Рәсәй президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған указға ярашлы, өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балалары булған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә түләүҙәрҙе ул аҡыллы ҡарар тип иҫәпләй.
Росстат билдәләүенсә, 2020 йылда Рәсәйҙә ярлы халыҡтың килем дефициты – йәшәү минимумы кимәленә етмәгән аҡса күләме 727 миллиард һум тәшкил итткән. Иң ҙур килем дефициты өс һәм унан күберәк балалы һәм эшһеҙ кешеһе булған ғаиләләрҙә күҙәтелә. 2020 йыл йомғаҡтары буйынса, Рәсәйҙә фәҡирлек кимәле 2014 йылдан минимумға барып етте һәм халыҡтың 12,1 процентын, йәғни 17,8 миллион кеше тәшкил итте.
Р.ЗАМАНОВА