

Дәүләт башлығы Силәбе өлкәһендәге янғындан зыян күргән райондарҙы ҡарап сығасаҡ, шунан һуң тәбиғи афәттәрҙең эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса кәңәшмә уҙғарасаҡ. Президент шулай уҡ Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер менән осрашасаҡ.
Ошо уҡ көндө Владимир Путин Башҡортостанға ла һуғылып китергә уйлай: Әбйәлил районында «Ласселсбергер» компанияһы «Цемикс» төркөмөнөң ҡоро төҙөлөш ҡатнашмаһы етештереү заводын эшләтеп ебәреүҙә ҡатнашасаҡ. Предприятиены асыу аҡ цементты сит илдән индереүҙе кәметәсәк һәм төбәктә сәнәғәт үҫеше нөктәһен булдырасаҡ. Бынан тыш, Президент республика башлығы Радий Хәбиров менән осрашасаҡ.
Р.САФИНА.