Китаптың баш һүҙендә бына нәмә яҙа ул:
“Ҡәҙерле уҡыусыларым!
Бәхетле булыу өсөн күп кәрәкмәй. Бары һау-сәләмәт, аҡыллы, сабыр, уңған, тәртипле булыу, атай-әсәйеңде хөрмәт итеү, туғандарыңды, дуҫ-иштәреңде ҡәҙерләү, тыуған ереңде яратыу етә.
Шиғырҙарым һеҙҙе нәҡ шундай булырға саҡыра ла инде.
Китабымды башынан аҙағына тиклем уҡып сығырға тырышығыҙ. Үкенмәҫһегеҙ!
Унан, һис һүҙһеҙ, тағы ла нығыраҡ дуҫлашып китербеҙ.
Һеҙгә арналған “Мин – ҡояшҡай”, “Бейеүсе болан”, “Фәрештә ҡанатында” исемле китаптарымды ысын күңелдән яратып ҡабул итеүегеҙгә әле һаман һөйөнөп бөтә алмайым. Яҙыусыны нәҡ ошо уҡыусы һөйөүе яңы үрҙәргә илтә лә инде.
Киләсәктә лә шулай гелән бергә булайыҡ, ҡәҙерле кескәй дуҫым!”
Ысынлап та, барса ғаләмгә йөрәген асып һалған автор менән мин дә килешәм.
Шағирәнең педагог, ике баланың наҙлы әсәһе, ейәнсәрҙәренә хәстәрлекле өләсәй булыуы, балалар психологияһын аңлауы ошондай тәрән йөкмәткеле китап яҙыуға этәргес көс булғандыр. Нимәһе менән ҡәҙерле, нимәһе менән бөгөнгө әҙәбиәткә бер яңылыҡ индерә һуң был китап?!
Ислам дине нигеҙҙәрен өйрәтеү, кескәй балаларға дөрөҫ тәрбиә биреү, уларҙа бала саҡтан уҡ күркәм әхлаҡ сифаттары тәрбиәләү маҡсатында яҙылған “Һандуғас сере” китабы. Китаптың тулыһынса дини тематикаға ҡоролоуы авторҙың ижадын тағы ла сағыулата, тағы ла баҙыҡлата төштө, тиер инем.
Уның быға тиклем дә баҫылған “Бейеүсе болан”, “Фәрештә ҡанатында” китаптарында дини мотивтар күренә башлағайны. Күрәһең, тулыһынса дини йөкмәткеле китап әҙерләү өсөн был үҙенә күрә әҙерлек осоро булғандыр. Әйткәндәй, әҙәбиәтебеҙҙә балалар өсөн ошондай йөкмәткеле шиғырҙар бар ул. Уларҙы Гүзәл Ситдиҡова, Зөлфиә Ханнанова, Айһылыу Ғарифуллиналарҙың ижадында күҙәтә ала инек. Әммә тулыһынса китап булып нәшер ителгәндәре юҡ ине әлегә.
Көн кеүек асыҡ: хәҙерге заманда XXI быуаттың ауыр рухи сирҙәренән тик дини тәрбиә менән генә балаларҙы ҡотҡарып алып ҡалып була. Сөнки киләсәк алдында яуап тотаһы бар бит әле беҙҙең.
Шағирәнең үҙенең дә диндар шәхес булыуы, һүҙһеҙ, күңел нескәлектәрен асып һалыуға тос өлөш индерә.
Ҡоро дидактикаға ҡоролмаған, балалар теле менән ихлас һәм йылы итеп яҙылған һәр бер шиғырын уҡыған һайын уҡығы килә, улар тиҙ ятланыла, тиҙ хәтерҙә ҡала. Хәҙерге яңы технологиялар заманында нәҡ ошолай итеп яҙмаһаң, әҫәрҙәреңдең китап кәштәһендә саңға батып ятыуы, аҙаҡтан бөтөнләй онотолоуы ла бик ихтимал икәнлеген онотмайыҡ.
“Һандуғас сере” исемле шиғырға күҙ һалайыҡ.
Ошо илаһи ҡоштоң сихри тауышындағы серҙе аңлар өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәклеге олатай кәңәштәре менән ябай ғына итеп бирелгән дә ҡуйылған. Күңел ялҡытып, баланы биҙерәтеп нотоҡ уҡыу юҡ бында.
Ниндәй генә шиғырҙы алһаң да, һәр береһендә шағирәнең күңел ынйылары һибелеп ята, һәр береһендә иман нуры бөркөлә. Олатай-өләсәйҙең яғымлы теле менән, изге йөрәге менән һуғарылған һәр шиғыр. Был ил шундай серле, шундай бәхетле. Хатта үҙең, ҡайһы бер мәлдәрҙә, балаға әйләнеп киткәндәй булаһың.
Лирик герой – аҡыллы, инсафлы һәм егәрле бала. Уның ҡайһы саҡта балалығы менән яһалған шуҡлыҡтары ҡаты итеп тәнҡитләүгә тотолмай, ә еңелсә генә юмор менән ошо сифаттың насар икәнлеге аңлатыла. (Мәҫәлән: “Хәйлә”, “Илаҡ” “Әлдә Гөлгөнәмен” шиғырҙары).
Лирик герой олатай-өләсәһенә алмашҡа үҫә: намаҙға баҫҡан, матур итеп доға ҡыла белә. Барса күркәм сифаттар унда. Ни өсөнмө? Сөнки уға үҙенең тормош юлы, әйткән һүҙҙәре, ҡылған эштәре, ғәмәлдәре, холҡо менән өлгө булырҙай аҫыл заттар – олатай менән өләсәй янында.
“Олатай-өләсәй мәктәбе”н үткән балаларҙа өмөт бар. Уларҙың киләсәге яҡты!
Диндар кеше булып йәшәүҙең үҙенең талаптары бар: һин - күркәм сифатлы, күркәм холҡло булырға тейешһең! Һин Аллаһы Тәғәләгә, уның пәйғәмбәрҙәренә, фәрештәләренә, Китаптарына, Әхирәт көнөнә, Тәҡдиргә ышанырға тейешһең. Юҡҡа ғына мени бәләкәй саҡта ололар беҙҙең арҡабыҙҙан тупылдатып һөйөп:
– Иман байлығы бирһен һеҙгә Раббыбыҙ! – тип теләмәгәндәр!
“Һандуғас сере” китабы ябай ғына китап түгел ул. Ул йәш балаларҙы рухи яҡтан бай итеп тәрбиәләүҙә, дини яҡтан мәғлүмәтле итеүҙә, Ватаныбыҙға файҙалы кеше булыуҙа ярҙам итәсәк, үҙ ҙур өлөшөн индерәсәк әле. “Оло бурыс”,“Вәғәз һөйләгәндә”, “Бөгөн – Йома!”, “Аллаһ тәҡдире”, “Әлхәмдүлилләһ!”, “Хаж ҡылайыҡ!” шиғырҙары, исемдәренән үк күренеүенсә, изге һәм хәйерле ғәмәлдәргә өндәүсе шиғырҙар.
Намаҙ
Ҡурсаҡтарым менән бергә
Уҡып алайым намаҙ.
Көтөп торор бер яҡ ситтә
Тәтәй машинам КамАЗ.
Ул бит намаҙ уҡый белмәй,
Ул бит бары машина.
Икәүләп барырбыҙ ярай
Бөгөн ҡунаҡ ашына.
Барыһын да теҙеп һалдым
Иҙәндәге балаҫҡа.
Минең арттан ҡабатларҙар,
Үрелмәҫтәр ҡаласҡа.
Хас та оло кеше кеүек
Сәждәлә эйеп башты,
Доға ҡылғас ысын итеп,
Доғабыҙ күккә ашты.
Күмәкләшеп намаҙ уҡыу –
Күңелле икән ҡалай!
Хәҙрәт булдым!
Түгел инде
Уйнап йөрөгән малай.
Атай, әсәй,өләсәйем
Шатлана ҡарап беҙгә.
Ғүмер теләйбеҙ уларға,
Тыныслыҡ илебеҙгә.
Йырлап торған шиғыр! Афарин, Рәшиҙә!
Йәки “Ҡыңғырау сәскә” шиғырына күҙ йүгертһәк, Ислам менән Илһам тигән матур исемле малайҙарға өләсәйҙең биргән дини һабағы ҡыңғырау сәскәһе сыңлаған кеүек итеп һүрәтләнелә. Һоҡланғыс образ тапҡан шағирә.
Сал тәбиғәтебеҙгә һөйөү уятыусы шиғырҙарҙы уҡығанда, күңелгә яҙ ипкене тарала. “Рәүҙәк буйында”, “Сыйырсыҡлы бүләк”, “Ысыҡ”, “Кәзә һаҡалы”, “Рәхмәт ишетермен”, “Торналар ҡайтҡанда, “Ҡояш апай” шиғырҙарында ғәзиз тыуған еребеҙгә һөйөү данлана. Бөҙрә һүҙҙәр менән түгел, ә уны өҙөлөп яратыу аша тасуирланған ул. Сөнки ошонда һин донъяға килгәнһең, атай-әсәйең, олатай-өләсәйең тыуған. Ошо ерҙә быуын-быуындарҙан күсеп башҡорт халҡы йәшәй, уның теле йәшәй! Һәм киләсәктә лә йәшәйәсәк!
Китапта шулай уҡ дини тәрбиә менән бергә хеҙмәт тәрбиәһенең дә үрелеп барыуы һөйөнөслө.
“Атайым сере”, “Бесәнсе малай”, “Рәхмәт ҡошо”, “Ҡар яуғас”, “Инәй шатлығы” шиғырҙарында кескәй балалар ата-әсәләренең уң ҡулдары итеп тасуирлана. “Шулай булырға кәрәк!”, “Тегеләй ит!”, “Былай ит!” тигән фармандарҙы осратмаҫһың шиғырҙарҙа.
Ололар ҙа, сабыйҙар ҙа шәхсән үҙҙәре өлгө булып тора.
“Табип булам” исемле шиғырҙа олатаһы ауырып киткәс, иптәштәре менән бергә еләккә барыуҙан баш тартып, оло кеше янында доғалар ҡылып ултырған намыҫлы малайға һоҡланмау мөмкин түгел!
Шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинованың “Һандуғас сере” китабы балаларға диндең асылын мауыҡтырғыс итеп аңлатыусы бер ярҙамсы булып тора.
Авторға артабан да ижади үрҙәр теләргә ҡала.
Римма ҒӘЛИМОВА