Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Новости
10 Август 2021, 05:00

Вакцина яһатып үлгән кешеләр бармы?

 Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры ковидтан вакцина яһатыусылар араһында үлем осраҡтары бцлғанмы-юҡмы – шуны асыҡланы

Вакцина яһатып үлгән кешеләр бармы?Вакцина яһатып үлгән кешеләр бармы?
Вакцина яһатып үлгән кешеләр бармы?

Башҡортостанда  коронавирустан күпләп вакцинациялау дауам итә. Республика үҙебеҙҙә етештерелгән  1 168 938 доза вакцинаны алды ла инде. 9 авгусҡа мәғлүмәттәр буйынса, республикала йәшәүсе 1 002 869 кеше прививканың беренсе компонентын, 782 354 кеше икенсе компонентын яһатҡан. Был мәсьәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған  оператив кәңәшмәлә тикшерелде.

Вакцинация  темптары буйынса был аҙнала республика  Рәсәй төбәктәре араһында 26-сы урындан 13-сө урынға күтәрелгән.

Вице-премьер – Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, республикала коронавирус йоҡтороп ауырыусыларҙың дөйөм һаны 9 августа 50 612 кеше булған. Тәүлек эсендә COVID-19 менән зарарланыуҙың 275 яңы осрағы раҫланған. Ауырыу күрһәткестәре буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә 82-се урында тора. Барлығы  46 223 кеше һауыҡҡан, шуларҙың 41-е үткән тәүлек эсендә.

Радий Хәбиров кәңәшмәлә республикала коронавирустан вакцина яһатыусылар араһында үлем осраҡтары булғанмы-юҡмы – ошо турала ҡыҙыҡһынды. Был һорау менән ул Максим Забелинға мөрәжәғәт итте.

«Тура эфирҙа эшләгәнлектән, әйтегеҙ әле, бер генә булһа ла үлем осрағы булдымы? Нисек бар, шулай әйтегеҙ. Ковидтан вакцина яһатҡан берәй кеше үлдеме?», - тип һораны Хәбиров.

Максим Забелин республикала коронавирустан  прививка яһатыусылар араһында үлем осраҡтары билдәләнмәне тип асыҡланы.

Р.ЗАМАНОВА.

 

Автор:Роза Сафина
Читайте нас