Ҡамыр өсөн 12 аш ҡалағы сейләй ойоған һөт (кефир), 12 аш ҡалағы шыйыҡ май, 1-2 йомортҡа, бер ус самаһы шәкәр, самалап тоҙ, аш һеркәһе ҡушылған бер балғалаҡ сода һәм эслек өсөн кәрәгенсә алма алына.
Ҡамырҙы, үрҙә яҙылған тәртип буйынса, ғәҙәттәгесә итеп баҫабыҙ. Беҙҙе ҡамыр баҫырға өйрәткәндә өләсәйҙәр: "Ҡамыр әҙер булһа һауыттан айырылмай, ҡулға йәбешмәй башлай. Баҫҡанда өҫкә күтәреберәк баҫығыҙ, һауа инһен, шулайтһаң ҡамыр матур килеп сыға", - тип өйрәтә торғайны. Ҡамырҙы баҫҡас, алма әҙерләй тороғоҙ, ҡамыр әҙерәк ятып торһон.
Алманы йыуып, үҙегеҙгә нисек кәрәк, шулай турағыҙ. Шунан ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, ҡалын итмәй генә, самалап уҡлау менән йәйәбеҙ. Табаға түшәгәс, бер устай ғына манный ярмаһы һибеп ҡалдырабыҙ. Алма һалғас, тәменә ҡарап, самалап өҫтөнә шәкәр ҡомо һибәбеҙ. Шунан өҫтөнә ҡалаҡлап май һалабыҙ, шулай итһәң алмаһы тәмлерәк була. Ике табаға ла ләүеште әҙерләп бөткәс, өҫтөнә һибер өсөн әҙерәк шәкәр ҡомо, он, саҡ ҡына шыйыҡ май һалып, тишкеләп сығабыҙ ҙа эҫе мейескә тығабыҙ.
Бындай тәмле ләүеште бер бешерһәгеҙ, гел генә бешергегеҙ килеп торасаҡ. Тәмле булһын!
Р.УСМАНОВА.