Республика Башлығы август – сентярбь айҙарында “Һуғыш балалар”ына бер тапҡыр бирелә торған 1 мең һум аҡса түләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә рәсми сығанаҡтар.
“Һуғыш балалары” категорияһына 1927 йылдың 22 июненән алып 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған оло быуын вәкилдәре инә. Башҡортостанда улар 189 мең иҫәпләнә. Әтейем мең михнәттәр күргән һуғыш балаһы булһа ла, закон ҡабул итерҙән йыл ярым элек үлде. Һуғыш балаларының күптәре үлеп бөткәс кенә закон ҡабул итеүҙәре укенесле.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.