

Кардиологик ауырыуҙарға беренсел медик-санитар ярҙам фельдшер-акушерлыҡ пункттарында, табип амбулаторияларында, участка дауаханаларында, үҙәк район һәм ҡала дауаханаларында, тиҙ медицина ярҙамы бригадалары менән күрһәтелә, бынан тыш, амбулатор хеҙмәттә 110 кардиология кабинеты эшләй.
Амбулатор кардиологиянан тыш стационар кардиология ла бар. Лицензияларҙың берҙәм реестрында медицина стационар кардиология ярҙамын күрһәтеүсе 43 медицина ойошмаһы бар.
Бөгөнгө көндә лицензиялау процесын республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ойошторған «ҡыҙыу линия» һәм документтарҙы индергәндә практик ярҙам күрһәтеүсе белгестәрҙең эшмәкәрлеге еңеләйтә. Уларҙың ярҙамы менән әлеге ваҡытта медицина эшмәкәрлеген башҡарыуға лицензияларҙы рәсмиләштереү 19 көн тәшкил итә.