Стәрлетамаҡтың күп балалы ғаиләләренә миллионлап ярҙам күрһәтеләсәк Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров быйыл торлаҡ һатып алыу өсөн аҡса сертификатына лайыҡ булған 26 ғаиләне раҫланы. Уларға биш йәки унан да күберәк бәлиғ булмаған балалар тәрбиәләүсе ғаиләләр инә. Торлаҡ һатып алыу өсөн уларға дөйөм алғанда 108 миллион һум бүленәсәк. Раҫланған документта Стәрлетамаҡ ҡалаһынан һәм Стәрлетамаҡ районынан да сертификат алырға хоҡуҡлы ғаиләләр бар. Стәрлетамаҡ районынан Әлимбаевтар ғаиләһе 2,9 миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булһа, Стәрлетамаҡтан Абрамовтар 4,3 миллион һумлыҡ, Ғәлимовтар 8,1 миллион һумлыҡ, Мусаевтар 2,6 һумлыҡ һәм Ырыҫҡоловтар 4,9 һумлыҡ сертификат аласаҡ. Римма ҒӘЛИМОВА
Мәғлүмәт асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.