Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Новости
20 Октябрь 2021, 04:00

Мәжбүри ялға китәсәкбеҙ

Рәсәйҙә 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ял иттереүҙәре ихтимал

Шишәмбе, 19 октябрҙә вице-премьер Татьяна Голикова тажлы вирус сиренең үҫешенә бәйле  Рәсәйҙә  2021 йылдың 30 октябренән 7 ноябренә тиклем эш көндәре түгел тип иғлан итергә тәҡдим итте. Ул шулай уҡ Рәсәй төбәктәрендә эшләмәүсе һәм вакцина яһатмаған хаҡлы ялдағылар буйынса ла саралар күрергә саҡырҙы. Шулай уҡ ул 60 йәштән уҙған прививка яһатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе ситләтергә ҡушты. Мишустин уның тәҡдимен хупланы һәм был сараның мәжбури икәнен таныны. Әлбиттә, был мәсьәләне Путин хәл итәсәк. 

Римма ҒӘЛИМОВА

Мәжбүри ялға китәсәкбеҙ
Мәжбүри ялға китәсәкбеҙ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас