

65+ категорияһына ҡараған граждандар Голиков урамы, 28 адресы буйынса 1-се ҡала клиник дауаханаһының 2-се корпусында көн һайын 12:00 - 16:00 сәғәттәрҙә вакцина яһата ала. Шулай уҡ, Салауат Юлаев урамы, 2-се йорт 2-се ҡала дауаханаһында эш көндәрендә 11:00 - 13:00 сәғәттәрҙә вакцинация пункты эшләй. Бында һаулыҡтары арҡаһында үҙҙәре йөрөй алмаған граждандарҙы алып килеү мөмкинселеге лә бар.
Тағы ла бер вакцинация пункты Революция урамы, 4а адресы буйынса "Березка" санаторий-прафилакторий бинаһында урынлаштырылған. Бында ваҡыт буйынса яҙылып килеү һәм кабинетҡа айырым ишек аша инеү ҡаралған. Пункт эш көндәрендә 12:00 - 16:00 ваҡыт арауығында эшләй.