

“Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә 2021 йылда Рәсәйҙә 120 яңы йәштәр лабораторияһы булдырыласаҡ. Ғөмүмән, Рәсәй Хөкүмәте 2024 йылға тиклем иң заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған 900-ҙән дә кәм булмаған йәштәр лабораторияһы ойошторорға уйлай. Уларҙы булдырыу һәм тотоу өсөн 2021 йылдан алып 2023 йылға тиклем йыл һайын 1,8 млрд һум аҡса бүленәсәк. Лабораторияларҙың бер нисәһе хәҙер асылған да инде. Мәҫәлән, Кемерово дәүләт университетында һауаны төрлө бысраҡ матдәләрҙән таҙартыу буйынса тикшеренеүҙәр башланған. Унда сәнәғәттән экологияға килгән зыянды кәметеү буйынса эштәр башҡармаҡсылар.
Р.УСМАНОВА.
#нацпроект #миллипроект #путин #президентРФ