Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
15 Ноябрь 2021, 10:00

“Ҙур тәнәфес”тә - Башҡортостан командаһы!

Ҡырымдағы "Артек" лагерына ошо көндәрҙә илдең иң талантлы үҫмерҙәре йыйылды. "Ҙур тәнәфес" конкурсы финалында ҡатнашыусы һәр кем Рәсәйҙең киләсәген яҡшыртыуға йүнәлтелгән үҙ проектын тәҡдим итте.

“Ҙур тәнәфес”тә - Башҡортостан командаһы!“Ҙур тәнәфес”тә - Башҡортостан командаһы!
“Ҙур тәнәфес”тә - Башҡортостан командаһы!

Еңеүселәр белем алыуға тотоноуға иҫәпләнгән сертификаттар аласаҡ. Әммә ысынында еңелеүселәр юҡ – ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тормошта файҙалы буласаҡ тәжрибә туплау мөмкинлегенә эйә.

Проекттың икенсе турында бар Рәсәйҙән 2,5 миллион ҡатнашыусы теркәлһә, финалға 1,5 мең уҡыусы сыҡты. Улар эшләгән проекттарҙың күбеһе тотош илгә билдәле. Иң алдынғы уҡыусыларға, күркәм йола буйынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин былай тип мөрәжәғәт итте: "Ҡәҙерле дуҫтар! Хәҙер һеҙҙең һайлаған һөнәрегеҙҙә уңышҡа өлгәшеү, һәләтегеҙҙе тулыһынса асыу, уй-ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашырыу өсөн бөтөн мөмкинлектәрегеҙ бар. Ә был бик мөһим, сөнки бөгөнгө уҡыусыларҙың, йәштәрҙең ҡаҙаныштары илебеҙҙең киләсәген билдәләй. Ошондай уңыштар, һис шикһеҙ, булыр тип ышанам, конкурста ҡатнашыу тәжрибәһе был йәһәттән ныҡлы ярҙам итер".

Еңеүселәр араһында Башҡортостан командаһы булыуы беҙҙең өсөн айырыуса ҡыуаныслы. Республиканың 8-9-сы класс уҡыусыларынан торған төркөм заманса техника һатып алыу өсөн 200 мең һумлыҡ сертификат яуланы. 10-11-се класс уҡыусыларынан торған командаға иһә бер миллион һумлыҡ сертификат тапшырылды. Был аҡсаны юғары уҡыу йортона инеү өсөн түләүгә, һөнәр буйынса белем алыуға булышлыҡ ҡыласаҡ ҡорамалдар һәм техника һатып алыуға йәки үҙ проектыңды тормошҡа ашырыуға тотонорға мөмкин.

Бынан тыш, еңеүселәргә Рәсәй юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балдар ҡаралған.

"Мәғариф" милли проекты белем биреүҙең конкурентлыҡҡа һәләтлелеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Уның маҡсаттарына ярашлы, илебеҙ мәктәптә уҡытыу сифаты буйынса тәүге ун дәүләт иҫәбенә инергә тейеш. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән милли проекттар 2019 йылда ғәмәлгә индерелде.

Фото: Мәғариф һәм фән министрлығы.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас