Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Яңылыҡтар
16 Ноябрь 2021, 04:04

Белоруссияла күнекмәләр ваҡытында һәләк булған десантсылар араһында 36 йәшлек Руслан Смирнов та бар.

Был хәл 12 ноябрҙә, Гродно ҡалаһы янына десантсыларҙы төшөргән ваҡытта булған. 

Белоруссияла күнекмәләр ваҡытында һәләк булған десантсылар араһында 36 йәшлек Руслан Смирнов та бар.Белоруссияла күнекмәләр ваҡытында һәләк булған десантсылар араһында 36 йәшлек Руслан Смирнов та бар.
Белоруссияла күнекмәләр ваҡытында һәләк булған десантсылар араһында 36 йәшлек Руслан Смирнов та бар.

Ҡапыл көслө ел иҫеүе һөҙөмтәһендә ике хәрбиҙең парашюттары бер-береһенә эләккән. Десантсыларҙың береһе икеһен дә ҡотҡарыу өсөн запас парашютты асҡан, ләкин система эшләп өлгөрмәгән. Улар ергә ҡолаған. Ике парашютсы ла төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Табиптар уларға ярҙам күрһәткән, әммә ирҙәр вафат булған.
Уларҙың береһе – яҡташыбыҙ Руслан Смирнов, тип хәбәр иттеләр уның уҡыған Өфө һауа-десант кадет корпусынан. Һауа-десант ғәскәрҙәрендә ул контракт буйынса хеҙмәт иткән. Уның өс балаһы ҡалған.
Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас