

Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, алкоголь менән мауыҡҡан, бер йәштән өс йәшкә тиклемге балаларын бөтөнләй ҡарамаған, йыш ҡына яңғыҙҙарын ҡалдырып сығып киткән, ашатмаған, ҡул да күтәргән.
Кескәй генә балалар ас көйө бысраҡ, етешһеҙ шарттарҙа көн күргән. Шунлыҡтан сабыйҙар хроник ауырыуҙарға дусар булған. Был әсәйгә социаль хеҙмәткәрҙәр киҫәтеү ҙә яһаған, ул бер нисә тапҡыр «бәлиғ булмаған балаларын тейешле ҡарамаған өсөн» административ яуаплылыҡҡа ла тарттырылған булған.
Әммә ҡатын киҫәмәгән, насар ғәҙәттәренән арына алмайынса йәшәүен дауам иткән. Ахырҙа балаларҙы социаль приютҡа урынлаштырырға мәжбүр булғандар.
Калинин районы прокуратураһы тарафынан был әсәгә эш ҡуҙғатылған һәм судҡа тапшырылған. Ҡатын ғәйебен тулыһынса таныған, тип хәбәр итә прокуратураның матбуғат хеҙмәте.