Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
18 Ноябрь 2021, 06:42

АЙЫУСЫЛАР РЕКОРД ҠУЙҒАН!

Башҡортостан халҡы ниһайәт вакцинациялауға бәйле ниһайәт имеш-мимештәргә ышанмай башланы шикелле. Коронавирусҡа ҡаршы укол һалдырыусыларҙың артыуы ошо хаҡта һөйләй. Йәштәр генә түгел, оло быуын вәкилдәре лә күпләп вакцина эшләтә.

АЙЫУСЫЛАР РЕКОРД ҠУЙҒАН!АЙЫУСЫЛАР РЕКОРД ҠУЙҒАН!
АЙЫУСЫЛАР РЕКОРД ҠУЙҒАН!

Мәҫәлән, күршеләрҙә, Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылын ғына алһаҡ та, бында ололарҙың 100 проценты тиерлек үҙ һаулығын хәстәрләгән. Ауылда барыһы 438 оло быуын кешеләре иҫәплән, шуларҙың 430 вакцина яһатҡан! Үҙ һаулығын хәстрәләгән был инәй-бабайҙарға афарин тиергә генә ҡала!
Әйткәндәй, вакцина яһатыу буйынса ҡайһы республиканың ҡайһы бер предприятиелары үҙенсәлекле алым ҡуллана башлаған. Мәҫәлән, БСК-ла вакцина эшләткән хеҙмәткәрҙәргә 2 мең һум һәм ковид-19 менән ауырығандарға 6 мең һумға тиклем түләүҙәр ҡаралған. Бынан башҡа, прививка эшләткән хеҙмәткәрҙәрҙең, әлбиттә, ял алыу хоҡуғы ла бар. Һүҙ ыңғайы әйткәндә, эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең 68 проценты прививка яһатҡан да инде. Хәлдәр ошолай ғына барһа, ваҡытынан алда ла коллектив иммунитетты булдырасаҡбыҙ тимә!?
Фото Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең рәсми сығанаҡтарынан алынды.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас