Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
19 Ноябрь 2021, 08:00

Балаһын юғалтҡан әсәнән дә бәхетһеҙ кеше юҡ

Төмән ҡалаһында йәшәүсе Юлиәнең балаһына нибары 29 көн була. Оперштаб уны бала табыу йортонда йоҡторған инфекциянан үлмәгән тип иҫәпләй.

Балаға 2 аҙна тигәндә Юлиәне улы менән айыралар. Аҙаҡ ул улын бары тик күмер алдынан бирелгән табутта ғына күрә. Сабыйҙың үлеменең сәбәбе – тажлы вирус һәм пневмония тип әйтһәләр ҙә, Юлия улына сирҙе бала табыу йортонда йоҡторғандар тип иҫәпләй. Табиптар ковидтың пациенттар һәм персоналдар араһында булыуын инҡар итәләр икән. Баланың әсәһе шулай уҡ улын ҡаты антибиотиктар менән дауалауҙарын ҙа әйткән. Укенескә ҡаршы, Төмәндәге хәл ни тиклем аяныслы булһа ла, балаларҙың үлеме бының менән генә сикләнмәй. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белдереүенсә, тажлы вирус осрағының 15 проценты балаларға тура килә икән. Ә был һәр 10 меңенсе осраҡ балалар үлеме менән тамамланыуы тураһында һөйләй.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

Балаһын юғалтҡан әсәнән дә бәхетһеҙ кеше юҡ
Балаһын юғалтҡан әсәнән дә бәхетһеҙ кеше юҡ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас