Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
19 Ноябрь 2021, 07:00

Эшһөйәрлек буйынса япондарға еткән халыҡ юҡ

Улар үҙҙәренең илен бик яраталар һәм уның сәскә атыуын теләйҙәр. Япондарҙың күбеһе көнөнә 12-шәр, хатта 15-шәр сәғәт эшләйҙәр.

Ә инде уларҙың 2 сәғәт эшкә барғанын һәм ҡайтҡанын иҫәпкә алһаң, меҫкендәрҙең йоҡларға ваҡыттары ла ҡалмай тиерлек. Шуға күрә япондарҙың йәмәғәтселек урындарында йоҡлап китеүҙәре ғәҙәти хәл. Айырыуса метрола йоҡоға тала улар. Кароси терминын япон теленән тәржемә иткәндә « арыу-әлһерәүҙән үлеү» тигәнде аңлата. Бындай үлем уларҙа йыш күҙәтелә. Япондар эш сәғәте бөтөү менән өйҙәренә ашыҡмайҙар. Уларҙа киске сәғәт 9-ҙан һуң хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыуып ҡайтара торған махсус вазифа индерелгән. Япондар күп эшләп арығандан йыш үләләр икән. Мәҫәлән, 2000 йылда каросиҙан үлгән Япония премьер-министры вазифаһында 20 ай буйына көнөнә 12 шәр сәғәт эшләгән булған, 3 кенә көн ял итеп ҡалған. Японияла  йәшәү ҙә бик ҡыйбат икән шул: 2 кешелек ғаиләгә айына 5000 доллар талап ителә. Ә уртаса эш хаҡы 3000 америка долларын тәшкил итә икән. Күп кенә компаниялар хеҙмәткәрҙәренә эштә йоҡларға ла рөхсәт итәләр. Ә улар барыбер өйҙәренә ҡайтып ял итеүҙе өҫтөн күрә, тәүлегенә бер нисә сәғәт кенә өйгә ҡайтып серем итеп алыу ҙа улар өсөн ҙур шатлыҡ һымаҡ. Ошоларҙы уйлағанда, аҙнаһына ике көн ял иткән, бынан тыш бихисап байрамдары булған,оҙайлы Яңы йылдары булған рәсәйлеләр ожмахтың үҙендә йәшәйҙәр түгелме һуң ?
Римма ҒӘЛИМОВА.

Эшһөйәрлек буйынса япондарға еткән халыҡ юҡ
Эшһөйәрлек буйынса япондарға еткән халыҡ юҡ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас