Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
19 Ноябрь 2021, 07:15

“СЕЙӘ ЯПРАҠ ҠОЙМАЙЫНСА ҠАР ЯТМАҪ”

Йәки 62-се балалар баҡсаһы ата-бабалар ҡанунына тоғро Ҡалабыҙҙың 62-се башҡорт балалар баҡсаһында тыуған илгә, туған телгә һөйөү уятыу маҡсатында төрлө матур саралар үткәрелеп тора. Яңыраҡ үткән “Сөмбөлә” байрамы – бының асыҡ миҫалы. Әҙерлек төркөмөнә  яңы ғына “тәпәй баҫҡан” балалар ҡулдарына төрлө төҫтәге япраҡтар тотоп көҙгө муллыҡтан байытылған түтәлгә килеп сыҡты.

– Балалар, беҙ бөгөн һеҙҙең менән “Сөмбөлә” байрамын үткәрергә йыйылдыҡ. Был байрамдың көҙ менән төн тигеҙләшкән ваҡытта, уңыш йыйыу тамамланғас, көҙгө сәсеү бөткәс үткәрелеүен күптәрегеҙ белмәйҙер ҙә әле. Ә хәҙер һүҙҙе байрамдың хужабикәһе Сөмбөлә исемле ҡыҙға бирәйек, – тип башланып китте сара.

Балалар баҡсаһында оҙаҡ йылдар тәрбиәсе булып эшләгән Лира Яппарованың яғымлы тауышына кескәйҙәр өйрәнеп бөткән инде. Уның башланғысында үткәрелгән сара-табыштарҙың осона сығырлыҡ түгел. Көҙ һылыуы “Сөмбөлә” булып кейенгән Әлиә Бирҙеғолова һүҙен: “Һаумыһығыҙ, дуҫтарым! Бер үҙем моңайып, ағастарҙа ҡалған һуңғы япраҡтар менән һөйләшеп  йөрөнөм. Ҡоштарҙы  изге  юлдар теләп оҙатып ҡалдым. Ҡолағыма шат тауыштар ишетелде лә, һеҙҙең эргәгеҙгә йүгерҙем”, – тип башлап китте.

Ул башта көҙ тураһында бер-бер артлы  һорауҙар бирһә, аҙаҡ йомаҡтар ҡойоп, балаларҙың тапҡырлығын тикшереүгә иреште.

Балаларҙы мәҙәни тарихты өйрәнергә саҡырған, һүҙ байлыҡтарын да арттырған был “Сөмбөлә” байрамында  уйын-көлкө, йыр-бейеү яңғырап торһа ла иң мөһиме: балалар боронғо замандарҙа олатай-өләсәйҙәребеҙҙең тәбиғәткә бик иғтибарлы булыуҙарын, тәбиғәт күренештәренә ҡарап ҡына ла һауа торошон алдан әйтә алғанлыҡтарын аңдарына һеңдерҙе. Уларҙың “һынамыш” тип аталыуы, әлбиттә, балалар өсөн яңылыҡ булды. Балалар хәҙер  үҙҙәре лә “Бесәй моронон йәшереп йоҡлаһа, көн боҙола”, “Ҡайын япраҡтары өҫтән һарғая башлаһа, яҙ иртә килә, аҫтан һарғайһа – һуң килә”, “Сейә япраҡ ҡоймайынса ҡар ятмаҫ” һымаҡ һынамыштарҙың мәғәнәһен дә яҡшы төшөнәсәк, әлбиттә, һәм тәбиғәт менән гармонияла йәшәргә кәрәклеген аңлай.

Балаларҙың милли кейемдәрҙә булыуы бер, ә бына милли рухта тәрбиәләнеүҙәре үҙе үк киләсәгебеҙҙең өмөтлө булырына ишара. 62-се балалар баҡсаһы был тәңгәлдән дөрөҫ юлда бара.

Римма ҒӘЛИМОВА,

Зимфира ИБРАҠОВА фотоһы.

“СЕЙӘ ЯПРАҠ ҠОЙМАЙЫНСА ҠАР ЯТМАҪ”
“СЕЙӘ ЯПРАҠ ҠОЙМАЙЫНСА ҠАР ЯТМАҪ”
Автор:Римма Галимова
Читайте нас