Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
19 Ноябрь 2021, 11:07

«ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ – БЕҘҘЕҢ ДУҪТАР»

Баланы – баштан, талды йәштән бөк тигәндәй, балаларға юл ҡағиҙәләрен өйрәтеүҙе  бәләкәй саҡтарынан уҡ башларға кәрәктер.

«ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ – БЕҘҘЕҢ ДУҪТАР»«ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ – БЕҘҘЕҢ ДУҪТАР»
«ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ – БЕҘҘЕҢ ДУҪТАР»

Ошо аҙнала ҡаланың 7-се мәктәбендә, мәктәптең "йәш инспектор"ҙар тарафынан “Юл ҡағиҙәләре белгесе” тигән ҙур сара үтте.
Республикала балаларҙың юл-транспорт хәл-ваҡиғаларына тарыуы киҫкен мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Бындай фажиғәләр айырыуса каникул, йәйге ял осоронда йыш күҙәтелә. Саф һауала уйнағанда, мәктәпкә юлланғанда, ҡайтҡанда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү фажиғәгә килтереүе ихтимал. Эшкә ҡабаланып, йә ҡағиҙәләрҙе һанламай машиналар геүләп торған юл аша йүгереп сыҡҡан ҡайһы бер ата-әсәләр ҙә, балаға йыш ҡына насар өлгө күрһәтә. Ололарҙың был ҡылығы бала күңеленә “ә улай ҙа ярай икән” тигән орлоҡ һала, битарафлыҡ арҡаһында меңләгән баланың ғүмере өҙөлә. Шуға күрә, уҡыусылар был көндә башҡаларға юл ҡағиҙәләрен аңлатыу өсөн 3 акция уҙғарҙы һәм барыһына ла ҡулланмалар таратты. 
Мәктәп директоры Илшат Ҡотлошин әйтеүенсә,мәктәптәрҙә юл ҡағиҙәләрен өйрәтеү буйынса дәрестәр, һөйләшеүҙәр алып барғанда ғына фажиғәләрҙе иҫкәртеп була. Ҡала буйынса  ла бындай сараларҙы уҙғарыу, водителдәргә һәм йәйәүлеләргә юл ҡағиҙәләре яҙылған ҡулланмалар таратыу тик ыңғай һөҙөмтәләр генә бирә. 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас