Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
19 Ноябрь 2021, 11:19

Юл ҡағиҙәләре буйынса олимпиада.

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектына ярашлы,Стәрлетамаҡ уҡыусылары ла  Учи.ру платформаһында  йыл һайын «Хәүефһеҙ юлдар» Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһына дәррәү генә ҡушыла.

Юл ҡағиҙәләре буйынса олимпиада.Юл ҡағиҙәләре буйынса олимпиада.
Юл ҡағиҙәләре буйынса олимпиада.
Әйткәндәй, әлеге милли проектты өс йыл тормошҡа ашырыу барышында Рәсәй төбәктәрендә балалар белем биреү һәм ял итеү учреждениеларына илткән бик күп юлдар йүнәтелгән. Яңы светофорҙар, юл билдәләре ҡуйылған, йәйәүлеләр йөрөү юлдары рәтләнгән, хәүефле урындарҙа тротуарҙар кәртәләп алынған.
 Баалаларға юл-транспорт ваҡиғаһын һәр ваҡыт иҫкәртеп тороу  төп эштәрҙең береһе булып ҡала. Йылдан-йыл транспорт хәрәкәте арта, илдең юл селтәре киңәйтелә. Шуға күрә бәләкәйҙән балаларҙа юлдарҙа үҙеңде тотоу мәҙәниәтен булдырыу атай-әсәйҙәрҙең генә түгел, педагогик һәм дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең дә мөһим бурысы ул.
Был олимпиада ошо йәһәттән үткәрелә лә инде. Ул илдең 85 төбәгендә уҙған олимпиадала  башланғыс синыфта уҡыған һәр кем ҡатнаша. Һынау ҡыҙҙар һәм малайҙарға ҡыҙыҡлы һәм аңлайышлы булған интерактив уҡыу һәм тест эштәренән тора. Олимпиада балалар өсөн бушлай, еңеүселәргә — диплом, ҡатнашыусыларға сертификаттар ҙа ебәрелә икән. 
Олимпиаданың беренсе көнөндә үк, Стәрлетамаҡ ҡалаһының бөтә белем биреү ойошмаларында ла видео-дәрес форматында юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса класс сәғәттәре үткәрелде. Унан һуң 1-9 кластар дәррәү генә олимпиадаға ҡушылды һәм ҙур һөҙөмтәләргә иреште. Мәҫәлән, ҡаланың 7-се мәктәбе директоры Илшат Ҡотлошин белдереүенсә, башланғыс кластар был олимпиадала 80 балл йыйған! 
- Беҙҙең мәктәптә йыл да ошо олимпиадаға уҡыусылар барыһы ла үҙҙәре теләп ҡатнаша. Быйыл айырыуса башланғыс кластарҙа уҡыған уҡыусылар һөйөндөрҙө, улар олимпиадала иң юғары балл йыйғандар!- тине ул
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас