Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
22 Ноябрь 2021, 13:35

Бөгөн Стәрлетамаҡта аталы-уллы янып үлде...

Бөгөн төнөн ике ҡатлы шәхси йортта янғын сыҡты

Бөгөн Стәрлетамаҡта аталы-уллы янып үлде...Бөгөн Стәрлетамаҡта аталы-уллы янып үлде...
Бөгөн Стәрлетамаҡта аталы-уллы янып үлде...
Билдәле булыуынса, йортта биш кешенән торған ғаилә йәшәгән.Янғын сыҡҡанда бинала дүрт кеше була. Атай кеше һәм өс бала – 12, 5 йәштәге малайҙар һәм 14 йәшек ҡыҙ. Ҡыҙ янған йорттан туғандарын алып сыға. Тик өлкән малай йортҡа ҡабаттан инә һәм башҡа сыҡмай. Ҡыҙ бала әйтеүенсә, янған йортта атаһы һәм туғаны ҡала. Был мәлдә әсәләре заводта төнгө сменала эштә була, – тип хәбәр итә ҡотҡарыусылар.
Әле фажиғә урынында тәфтишселәр эшләй, һәләк булыусыларҙың кәүҙәләре суд-медицина экспертизаһына оҙатылған.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
 
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас