Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
23 Ноябрь 2021, 04:14

Башҡортостанда балаларға яраҡлылыҡ ваҡыты үткән ризыҡтар ашатҡандар

Мәктәптәрҙә уҡыусыларҙы яраҡлылыҡ ваҡыты үткән аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү осраҡтары асыҡланған.

Башҡортостанда балаларға яраҡлылыҡ ваҡыты үткән ризыҡтар ашатҡандарБашҡортостанда балаларға яраҡлылыҡ ваҡыты үткән ризыҡтар ашатҡандар
Башҡортостанда балаларға яраҡлылыҡ ваҡыты үткән ризыҡтар ашатҡандар
Балаларға яраҡлылыҡ ваҡыты үткән аҙыҡ ашатыу осраҡтары асыҡланған. Быға юл ҡуйырға ярамай, балаларҙың төрлө сиргә юлығыуы бар", – тине премьер-министр Андрей Назаров. "Яраҡлылыҡ ваҡыты үткән аҙыҡ-түлек килтереү осраҡтары булды. Сәйер. Мәктәптәрҙә туҡланыу сифаты бик юғары кимәлдә булырға тейеш".

Премьер республика мәктәптәрендә 1-4-се кластарҙы ҡайнар аш менән тәьмин итеү өсөн федераль субсидияларҙы үҙләштереүҙең түбән булыуын да билдәләне. Ул ҡала-район башлыҡтарынан, шулай уҡ белем биреү учреждениелары директорҙарынан мәктәптә туҡланыуҙы «ҡатыраҡ контролгә» алыуҙарын һораны.
 
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас